Рәмиев Мөхәмәтзакир Мөхәмәтсадиҡ улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә →‎top: clean up, replaced: саҡырым → саҡрым using AWB
28 юл:
Рәмиев Мөхәмматзакир Мөхәммәтсаҙиҡ улы 1859 йылдың 23 ноябрендә [[Ырымбур губернаһы]] [[Стәрлетамаҡ өйәҙе]]нең (хәҙер [[Башҡортостан Республикаһы]] [[Мәләүез районы]]) [[Ергән]] ауылында тыуған. Уның атаһы Мөхәммәтсаҙиҡ [[1862 йыл]]да Ырымбур губернаһында һабын ҡайнатыу заводы һатып ала, ә ете йылдан һуң алтын табыу буйынса беренсе приискыһын аса. Уның улдары Мөхәммәтзакир менән Мөхәммәтшакир аталарының эшен киңәйтә һәм [[XX быуат]] башына хәҙерге [[Башҡортостан]] һәм [[Силәбе өлкәһе]] территорияһында ҙур табыш килтергән егерме алтын приискыһы ойоштора.
 
Закир менән Шакирҙы татар теленә лә, урыҫ теленә лә әсәһе өйрәтә. Һуңынан улар башланғыс мосолман мәктәбендә, унан һуң ике ҡыш Орск ҡалаһында, ата-әсә йортонан 70 саҡырымсаҡрым алыҫлыҡтағы Муллаҡай ауылындағы мәҙрәсәлә уҡыйҙар. Шунан Закир ике йылға [[Төркиә]]гә китә. Истанбулда уҡый, төрөк телен һәм әҙәбиәтен, башҡа предметтарҙы өйрәнә.
 
Төркиәлә уҡып ҡайтҡандан һуң Закир Рәмиев тыуған иленә ҡайта һәм күпмелер ваҡыт [[Орск]]иҙа йәшәй. Бында ул сауҙа менән шөғөлләнә, йәйҙәрен алтын приискыһында үткәрә, Төркиәнән ҡайтҡандың икенсе йылына сауҙагәр Бурнаевтың ҡыҙы Мәхүпъямалға өйләнә. Уларҙың һигеҙ балалары тыуа.