Тунис: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
150 юл:
 
Тунистың климаты — төньяҡта урта диңгеҙ субтропигы, яр буйында, көньяҡта һәм эске райондарҙа - тропик сүллектәре. Ғинуарҙа уртаса температура +10 °C - төньяҡта һәм +21 °C - көньяҡта, июлдә +26 °C нтөньяҡта һәм +33 °C - көньяҡта. Яуым-төшөм- көньяҡта 100 мм , таулы райондарҙа 1500 мм-ға тиклем, ҡайһы бер сүлле райондарҙа йылдар буйы ла яумай.Яр буйында эҫелек диңгеҙҙән килгән бриз арҡаһында бер аҙ һүрелгәндәй тойола, ғәмәлдә был улай түгел. Сүлле райондарҙа төндә хатта яҙын һәм көҙөн ҡырауҙар төшкөләй, шул уҡ ваҡытта көндөҙ температура +25…+27 °C етә. Был илгә иң яҡшыһы сентябрь-ноябрь һәм март-июнь айҙарында килеү.
 
== Административ бүленеш==
{{main|Тунистың административ бүленеше}
Тунистың 24 вилайәте бар, уларҙың башында губернаторҙар тора. Вилайәттәр 264 округҡа (делегацияға) бүленгән. Губернаторҙарҙы республика президенты тәғәйенләй.
 
== Иҡтисад ==
{{main|Экономика Туниса}}
Аграр-индустриаль ил, иҡтисад нигеҙен ауыл хужалығы тәшкил итә. Милли табыш килтереүҙә туризм икенсе урында тора, өсөнсөлә — еңел сәнәғәт, башлыса текстиль етештереү.Зәйтүн һәм уның майын экспортлау буйынса Тунис донъяла дүртенсе урынды биләй. Илдә 50 млн-дан ашыу зәйтүн ағасы иҫәпләнә. Тунис донъяның зәйтүн етештереү күләменең 10 %-ын тәьмин итә. НӘммә башҡа төр ауыл хужалығы тауарҙарын Тунис әҙ етештерә һәм ситтән һатып алырға мәжбүр. Фосфорит ятҡылыҡтарының иң эреләрендә дәүләт компаниялары эш алып бара. Нефть сығарыу 5 млн тонна тәшкил итә, был илдең эске ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә һәм 40 % самаһы экспорттабышы бирә.
 
Һорауламалар халыҡтың ярптыһы тиерлек үҙҙәрен урта синыфҡа индереүен күрһәтә. Дәүләт тарафынан билдәләнгән минималь эш хаҡы айына 270 динар ( 130 долл. самаһы) .{{нет АИ|28|03|2015}}
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Тунис» битенән алынған