Мәғриб: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
5 юл:
 
== Тарих ==
[[Ғәрәп теле]]ндә был атама хәҙер ҙә һаҡланған, бының асыҡ миҫалы — [[Марокко]]ның был телдә әлегә тиклем нәҡ шулай аталыуы. Ғәҙәт буйынса, «Мәғриб» тип көньяктан Сахара Атласы һәм төньяктан [[Атлантик океан]] йәки [[Урта диңгеҙ]] ярҙары менән сикләнгән [[Марокко]], [[Алжир]], Тунистың[[Тунис]]тың төньяҡ өлөшөндәге ерҙәрҙе атайҙар.
 
Әлеге ваҡытта Мәғриб төшөнсәһе сәйәсәттә киң мәғәнәгә эйә (йәғни Ҙур Мәғриб) һәм уға (көнбайыштан көнсығышҡа) Көнбайыш Шәкәр, [[Мавритания]], [[Марокко]], [[Алжир]], [[Тунис]], [[Ливия]] илдәре инә. Урта быуаттарҙа «Мәғриб» төшөнсәһенә мосолман [[Испания]]һы (Андалусия) һәм Урта диңгеҙҙең көнбайышындағы элекке Ғәрәп Хәлифәтенең башҡа биләмәләре (Балеар утрауҙары, Сардиния, Сицилия) инә.
 
Дөйөм атаманы «эль-Мәғриб» тип был дәүләттәр ғәрәптәрҙең баҫып алыу походтары осоронда алалар. Ғәрәп теленән тәржемә иткәндә эль-Мәғриб — «ҡояш байыған ил» йәки «Көнбайыш». Эль-Машрик (йәғни «КәнсығышКөнсығыш») атамаһына ҡаршы мәғәнәлә.
 
[[1956]] йылда Марокко һәм Тунис бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, Марокко короле Мөхәммәт V менән Тунистың премьер-министры Хәбиб Бургиб «Бөйөк Ғәрәп Мәғрибе» төбәк берекмәһен булдырыу идеяһын тәҡдим итәләр.
 
Танжерҙа (1958) һәм Рабатта (1963) ҡайһы бер Мәғриб илдәренең берләшмәләр проблемаларына арналған конференциялары үткәрелә. [[1964]] йылда Мәғриб илдәренең даими консультатив комитеты булдырылып, уға Марокко, Алжир, Тунис, Ливияның[[Ливия]]ның иҡтисад министрҙары инә. 1964—1968[[1964]]—[[1968]] йылдарҙа комитет ҡарамағында тармаҡ комитеттары булдырыла. Мәғриб илдәренең иҡтисадтың төрлө өлкәһендә хеҙмәттәшлеге тураһында бер нисә килешеү төҙөлә. Ливия бөтә Мәғриб төбәк ойошмаларынан [[1970]] йылда сыға. Ошо уҡ йылда комитетта күҙәтеүсе сифатында Мавритания ҡатнаша.
 
Күп быуаттар дауамында Мәғриб илдәре халыҡтары баҫып алыусылар менән алып барған көрәштә үҙенең иҡтисади һәм сәйәси мәнфәғәттәрен яҡлай. Ғәрәпләштерелгән бәрбәр, рим оккупацияһы, романизация, вандалдар, [[Византия]], ғәрәп, төрөк, француз колониаль хакимлығы — былар бөтәһе ошо төбәктең оҙайлы һәм ҡатмарлы тарих биттәре. Мәғриб илдәренең бойондороҡһоҙлоҡ алыуы менән был дәүләттәр үҫешендә яңы этап асыла.
 
[[1989]] йылдың февралендә Алжир, Марокко, Тунис, Ливия, Мавританияның етәкселәре Ғәрәп Мәғрибе Союзы (Союз Арабского Магриба — САМ) — төбәк яңы сәйәси-административ ойошма төҙөү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Мәғриб» битенән алынған