Шәмсетдин Зәки: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
23 юл:
'''Шәмсетдин Зәки''' (ысын исеме — ''Шәмсетдин Йәрмөхәмәт улы Ғөбәйҙуллин''; [[1822]]—[[1865]]) — башҡорт мәғрифәтсеһе, философ, шағир, дин белгесе.
 
== Тормош юлыБиографияһы ==
Ғөбәйҙуллин Шәмсетдин Йәрмөхәмәт улы [[1822]] йылда [[Ырымбур губернаһы]] [[Ырымбур өйәҙе]] 10-сы Башҡорт кантоныны [[Бөрйән]] улусының (хәҙерге [[Башҡортостан]]дың [[Көйөргәҙе районы]]) [[Зәк-Ишмәт|Иҙәк]] утарында мулла ғаиләһендә тыуған.
 
Ул тыумыштан һуҡыр була (башҡа мәғлүмәттәр буйынса бала саҡта һуҡырая). [[Балыҡлы мәҙрәсәһе]]ндә, [[Ҡазан]]дағы Мөхәмәткәрим мәҙрәсәһендә белем ала.
 
Ауылдашы З. Мөхәмәтрәхими теркәүенсә<ref>[http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=781 Зәйтүнә ШӘРИПОВА,филология фәндәре докторы, БДУ профессоры.]</ref>, ''«ун өс йәшлек малай мәҙрәсәлә ҡыш сыҡҡансы, башҡаларға эйәреп һәм бары ишетеү буйынса, сарыф менән нәхеү дәрестәрен, фарсы телен үҙләштерә. Икенсе йылға ул ХIII быуаттың данлыҡлы фарсы шағирҙары — суфый Ф. Ғаттарҙың айырым әҫәрҙәрен, [[Сәғди ШиразиҙыңШирази]]ҙың атаҡлы «Бостан», «Гөлбостан» китаптарын яттан уҡый, шулар өлгөһөндә ижади илһам тоҡана үҫмер йөрәгендә''».
 
Һуңынан ул [[Таймаҫ]] ауылында шәкерттәргә белем бирә. [[Нәҡшбәндиә]] тәриҡәте юлына баҫҡас, Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡыта башлай. Шәмсетдин Зәкиҙе бөрйән ырыуының аҫаба башҡорто һәм шағир, [[Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы|Аҡмулланы]]ң уҡытыусыһы итеп кенә түгел, шулай уҡ Нәҡшбәндиә тәриҡәте юлындағы йөҙҙәрсә суфыйҙарҙың мөршиде итеп тә беләләр. Тап суфыйҙар [[XX быуат]] башында үҙ халҡын ойоштороп, III Башҡорт ҡоролтайында Башҡортостан Республикаһын төҙөүгә өлгәшә<ref>[http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=781 Сәғит хажи ИСМӘҒИЛЕВ. БӨРЙӘН ЫРЫУЫ БАШҠОРТО УЛ.]</ref> .
 
[[1865]] йылдың сентябрендә Таганрог ҡалаһында вафат булған.