Айырым башҡорт кавалерия бригадаһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
39 юл:
1919 йылдың сентябрендә бригадала 1 800 ҡылыс, ике орудиелы һәм һигеҙ пулеметлы йәйәүле батальон иҫәптә була. 1919 йылдың 7 октябренән Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы Төркөстан фронтының Илецк ғәскәрҙәре төркөмө составында һуғыша<ref>26 октябрь, 1919 йылдың төркөмө 4-се армияға буйһондорола</ref>. Урал армияһына ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша, шул иҫәптән Урал-Гурьевск операцияһында. Урал казактарына ҡаршы ауыр һуғыштарҙа бригада үҙенең шәхси составынан 60 % юғалта<ref>[http://башкирская-энциклопедия.рф/index.php/read/8-statya/1788-bash-ort-ajyrym-kavaleriya-brigada-y ''Плотников И. '']</ref>.
 
1919 йылдың декабрь айында [[Фрунзе Михаил Васильевич|М. В. Фрунзе]] фарманына ярашлы 2-се кавалерия бригадаһы 1-се армияның 5-се кавалерия дивизия составына индерелә. Әммә бер аҙҙан [[Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы|Башҡорт АССР]]-ның Халыҡ комиссариаты, [[Cовет Рәсәйе|РСФСР]]-ҙың Реввоенсоветы юллауы буйынса бригадаға элекке статусы ҡайтарыла.
 
[[1920 йыл]]дың май айында 12-се армия составына инә. Бригада составына [[Петроград]]тан килгән башҡорт кавалерия полкы ҡушыла, ә 1920 йылдың август — сентябрь айҙарында [[Башҡортостан]]дан килгән ирекле отрядтар өҫтәлә<ref>{{Китап|автор=|заглавие=История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. [[Кульшарипов, Марат Махмутович|М. М. Кульшарипов]]; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН|ссылка=|ответственный=|место=Уфа|издательство=Гилем|год=2010|том=V|страниц=468|страницы=109|isbn=978-5-7501-1199-2}}</ref>.