Ассирия: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш) |
Akkashka (фекер алышыу | өлөш) |
||
149 юл:
== Ассирия хакимдары ==
Ашшур хаким ''ишшиаккум'' (шумер һүҙе ''энси''ҙе аккадлаштырыу) титулын йөрөткән. Ысынбарлыҡта уның власы нәҫелдән килгән, ләкин тулы булмаған. Ул күпселеген тиерлек дини культ эштәре һәм уға бәйле төҙөлөш менән булған. Ишшиаккум шулай уҡ {{comment|ҡанбаба|жрец}} (''шангу'') һәм хәрби юлбашсы булған. Ғәҙәттә ул тағы ла ''укуллу'' вазифаһын, йәғни, моғайын, юғары {{comment|ер файҙаланыу белгесе|землеустроитель}} һәм {{comment|аҡһаҡалдар|старейшина}} {{comment|кәңәше|советы}} башлығы бурысын башҡарған. Был «ҡала йорто» тип йөрөтөлгән {{comment|Кәңәш|Совет}} Ашшурҙа ҙур йоғонто менән файҙаланған, мөһим дәүләт эштәрен атҡарыу уның вәкәләттәренә ҡараған. Кәңәш ағзалары үҙҙәрен ''«лимму»'' тип атаған. Уларҙың һәр береһе сиратлап йыл дауамында идара итеү (үҙҙәренең Кәңәше күҙәтеүе аҫтында) ғәмәлдәрен башҡарған һәм, моғайын, {{comment|казначейство|дәүләт килемдәрен йыйыу, һаҡлау һәм бүлеү}} башында торған. Сираттағы лимму исеме шул йылдың атамаһына әйләнгән. (Шуның өсөн лиммуны йыш ҡына хәҙерге фәндә грек термины эпоним менән билдәләйҙәр). Ләкин яйлап Кәңәш составы хакимға яҡын торған кешеләр менән йыш алмаштырылған. Хаким власы көәйгән һайын община үҙидараһы органдарының әһәмиәте төшә барған. Ишшиаккум ысын монархҡа әйләнгәндән һуң да лимму күрһәтеү тәртибе артабан да һаҡланған.
== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==
|