Заратустра: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
24 юл:
 
== Биографияһы ==
Заратустра Радеста тыуған, әле был урын [[Тәһран|Тәһрандың]]  Рай (Rayy) тигән биҫтәһе булып тора, Оло Ирандың көнсығышында яҡынса беҙҙең эраға тиклем VI  быуат менән V  быуаттың беренсе яртыһы араһында (ихтимал, беҙҙең эраға тиклем 628—551 йылдарҙа) йәшәгән. Традицион пәһләүи хронологияһына ярашлы, ул   «[[Искәндәр Зөлҡәрнәй|Искәндәргә]] тиклем 258 йыл элек» йәшәгән. «Авеста»ның иң изге өлөшө булған {{comment|«Ғата»ларға|«Авеста»лағы изге мәҙхиәләр}} лингвистик анализ Заратустраның эшмәкәрлек дәүерен беҙҙең эраға тиклемге XII—X быуаттарға ҡаратыу мөмкинлеген бирә.. Антик авторҙар уның Гистасп (Дарий I-нең атаһы) батшалыҡ иткән осорҙа, [[Муса (пәйғәмбәр)|Муса]] йәки {{comment|Камбиз|Камбис II, Әһәмәниҙәр династияһынан фарсы батшаһы (б. э. т. 530—522 йылдарҙа хакимлыҡ иткән}} дәүерендә йәшәгәнлеген билдәләй; ә үҙен фарсы, һинд, фарсы мидийы, эллин, бактри, «Бөйөк Диңгеҙ өҫтөндәге» ҡитға кешеһе, {{comment|ассури|ассириец}}, халдей, пэмфили, Атропатена кешеһе, ҡанбабалар ырыуынан Самарияла йәшәгән йәһүд  тип төрлөһө төрлөсә атай.
[[Файл:Scuola_di_atene_07.jpg|слева|мини|Заратустра [[Рафаэль Санти|Рафаэль]] фрескаһында күк көмбәҙен тотоп тора, ''Афина мәктәбе'']]
Урта быуаттарҙың ҡайһы бер мосолман тарихсылары ([[Әл-Бируни]], Әл-Балазури, Әл-Ҡазвини, Әл-Хамави һ. б.) билдәләүенсә, Зороастр хәҙерге Иран Әзербайжаны территорияһындағы Атропатенала тыуған. Мэри Бойс, Бал Гангадхар Тилак кеүек тарихсылар  Заратустра хәҙерге [[Рәсәй Федерацияһы|Рәсәй]] территорияһында тыуған тип иҫәпләй (Бойс Силәбе өлкәһендәге Һынташты ҡаласығын телгә ала). Ғаталарҙа әйтелеүенсә, Заратустра туран ҡәбиләләре ерҙәрендә тыуған, ырыуҙаштары тарафынан кире ҡағылып, унан ҡасҡан һәм хәҙерге [[Иран]] территорияһына юлбашсы (кави) Висташпа янына килеп һыйынған, Висташпа уның тоғро эйәрсәне булып киткән.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Заратустра» битенән алынған