Тунис: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
75 юл:
{{также|Төньяҡ Африканы ғәрәптәр яулауы}}
[[Файл:Califate 750.png|мини|[[Омейяд хәлифәте]]. 750 год.]]
 
670 йылда ғәрәптәр ([[Хаҡ хәлифәт]]) византия ҡәлғәһе урынында Төньяҡ Африка ерҙәрендә тәүге ҡалаһына нигеҙ һала  ([[Кайруан]]), ул ставший центром транссахара сауҙаһы үҙәгенә әүерелә.
 
{{В планах|дата=31 декабря 2016}}
 
1534 йылда I Сәлим идара иткән Осман империяһы экспансияһы осоронда төрөк флотының баш командующийы Хәйр-әд-Дин Барбаросса Тунисҡа баҫып инә, әммә бер йылдан Тунис герман-рим императоры Карл V Габсбург тартып ала.
 
1568 йылда Осман империяһы (II Сәлим) корсары Кылыч Али-паша Алжирҙан ҡоро ер юлы менән ҙур булмаған ғәскәр ебәрә, Хафсидтарҙан Тунисты тартып ала. 1573 йылда Австриялы Һуан испандар ярҙамы менән Тунисты яулай, әммә 1574 йылда османдар яңынан Тунисҡа бәреп инә. Тунис Осман империяһына баш һала.
 
Мәгәр XVI быуаттан төрөк солтаны хакимлығының исеме генә тороп ҡала — ғәмәлдә 1612 йылда барлыҡҡа килгән Мурадиҙар затынан бойондороҡһоҙ бейҙәр илгә идара итә. 1705 йылда было бойондороҡһоҙ Тунис дәүләте барлыҡҡа килә, уға Хөсәйниҙәр тоҡомо идара итә, улар төрөк солтанын дини башлыҡ - имам итеп кенә таный. 1881—1883 йылдарҙа Франция Тунисты үҙ протекторатына тартып ала һәм үҙ колонияһына әүерелдерә.
Иң билдәле бейҙәр:
* Хөсәйен бен Али ( 1705 йылдан)
* Али-бей (1759—1782)
* Хәмүдә-паша (1782—1814)
* Әхмәд (1837—1855)
* Мөхәммәд әс-Садыҡ (1881)
* Монсәф (1942—1943)
* [[Мхәммәд VIII әл-Әмин]] (1943—1957)
 
1957 йылда монархия юҡҡа сығарыла.
 
1960-хсы йылдар башынан илдә ғәмәлдә бер партиялы режим урынлаша. Был партия Нео-Дустур, 1964 йылда Социал-демократик тигән исем ала.
 
1987 йылда илдә Йәсмин ихтилал була, илдең күп йылдар идара иткән Хәбиб Бургиба, (ул туҡтауһыҙ етәкселәрҙе алмаштырып тороуы менән билдәле),иҡтисади көрсөк һәм дини баҫым барған шарттарҙа төп министрҙар һәм көс ведомстволары менән һүҙ беркетеп премьер-министр Зин әл-Әбидин Бен Али уны властан бәреп төшөрә. Икенсе йылына Бургиба осорондағы иң мәғәнәһеҙ ҡарарҙарын һәм йүнәлештәрен сикле генә реформалайҙар. Ил етәкселеге бер партия системаһынан формаль рәүештә генә күп партиялылыҡ иғлан итә, шул рәүешле ауыр эҙемтәләрҙән ҡотола ала һәм идара итеүҙе ҡулдан ысҡындырмай. Ил көнбайыш сәйәсәте үткәрә башлай, һәм ислам фундаментализмы менән көрәшә.
 
2011 йылдың 8 февралендә Тунистағы болғаныштар (2010—2011) осоронда президент Бен Али илдән ҡаса <ref>[http://www.fontanka.ru/2011/01/15/015/ Президент Туниса низложен]</ref>. Был ваҡиғаларға икенсе Йәсмин ихтилалы исеме бирәләр <ref>[http://www.russian.rfi.fr/v-mire/20110115-tunis-zhasminovaya-revolyutsiya-i-chto-budet-dalshe Тунис: «Жасминовая революция» и что будет дальше?]</ref>. Ғәҙәттән тыш хәл режимы илдә 2011 йылдың ғинуарынан 2014 йылдың мартына тиклем дауам итә.<ref>[http://www.tourprom.ru/news/24207/ В Тунисе отменили режим ЧП, рассчитывая на большой турпоток — Туристические новости от Турпрома]</ref>
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Тунис» битенән алынған