Ассирия: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
67 юл:
{{seealso|Ашшур (ҡала)|Иҫке Вавилон осоро}}
 
Тәүҙә, Иҫке Вавилон осоронда, Ашшур сағыштырмаса ҙур булмаған, номовый, сауҙагәрҙәр төп ролде уйнаған  башлыса сауҙа дәүләте үҙәге булған. Б.э.т. XVI быуатҡа саҡлы Ассирия дәүләте  «алум Ашшур», йәғни «Ашшур халҡы [йәғни общинаһы]» тип аталған, а батша титулы фәҡәт Ашшур аллаһтың эпитеты булған. Ашшурҙың иң боронғо тарихы (б.э.т.  XXI быуатына саҡлы). деталдәрҙә билдәһеҙ. ''Иҫке Ассирия осоро ''тигән төшөнсә күбеһенсә яһалма булып тора, сөнки был ваҡыт арауығында Ассирия әлегә булмаған да. Ҡайһы бер йөҙйыллыҡтарҙа тарих локаль  рәүештә бөтөнләй сәйәси үҙаллылығы булмаған Ашшурҙа барған. Шуға ҡарамаҫтан, иң һуңғы ассирия  сығанаҡтары батшалар исемлегенә  Ашшурға эйә булған державаларҙың гегемон батшаларының исемен дә индергән. Исемлеккә шулай уҡ, ҡәтғи әйткәндә, Ашшурҙың монарх тип атарлыҡ булмаған үҙ аллы ишшиаккумдарын да индергән булғандар. Дөйөм алғанда, Ассирияның был осорон, хронологик уңайлылыҡ маҡсатында,  тарихҡаса тиклемге дәүер тип атау ҡабул ителгән.
 
==== Б. э. т. ХХVI—ХХV быуаттар ====
Б.э.т. 3-сө меңйыллыҡтың икенсе яртыһында  [[Ғәрәбстан ярымутрауы|Ғәрәбстан ярымутрауында]] климат үҙгәреүе менән бәйле, {{comment|сим улдары |семит}} ҡәбиләләренең [[Евфрат]]тың урта ағымы һәм артабан төньяҡҡа һәм көнсығышҡа күсенеүенә килтергән. {{comment|Сәми улдары|семит}} семиттарҙың төньяҡ  төркөмөнә үҙенең сығышы һәм теле менән Месопотамияның Евфраттың Тигр йылғаһына яҡынлашҡан ерендә ултырған аккадтар тип аталған ҡәбиләләр менән  тығыҙ бәйләнгән боронғо ассирийлылар ҡараған. Ассирийлылар аккад теленең төньяҡ диалектында һөйләшкән. Ассирийлылар Урта Тигрҙа (моғайын, субарей торағы йәки шумер колонияһы урынында) төҙөгән беренсе ҡаланы улар үҙҙәренең юғары аллаһы Ашшур исеме менән Ашшур тип атаған. Һуңғараҡ, б.э.т. XV быуатына саҡлы, Ассирия дәүләтенең нигеҙен тәшкил иткән ҡалаларға (Ниневия, Ашшур, Арбела һ. б.) нигеҙ һалынған.
 
==== Б. э. т. ХХIV—ХХІ быуаттар ====
Ашшур һис шикһеҙ Аккад (б.э.т. XXIV—XXII бб.) батшалығына ингән, дәүләт эсендә әллә ни әһәмиәте лә булмаған. Аккад ҡолатылғандан һуң, Ашшур, емерелгән булһа ла, Месопотамияның гутийҙар яулап алған үҙәктәренән киҫелеп ҡалғанлыҡтан, ихтимал, ҡыҫҡа осор бойондороҡһоҙлоҡта йәшәгән. Һуңынан, б. э. т. XXI быуатта Ура III династияһы («Шумер һәм Аккад батшалығы») державаһына ингән, Зәрҡүм наместнигының, «Ура батшаһы ҡоло»ноң, шул уҡ быуат менән билдәләнгән яҙыуы һаҡланған. Күрәһең, династияның йылъяҙмаларында тап шул Ашшур ''Шашрум'' — «''Шүлгә батша Шашрумды юҡ иткән йыл''», «''Амар-Суэн батша икенсе тапҡыр Шашрумды һәм Шурудхумды юҡ иткән йыл''», беренсе тапҡыр яулап алыу менән бәйле, б.э.т. 2052 йыл тирәһендә, икенсе тапҡыр б.э.т. 2040 йыл тирәһендәге күтәрелеш менән бәйле, — телгә алынған. Яҡынса б.э т. 2034 йылда Урта {{comment|Ике йылға араһы |Междуречье}} аша {{comment|әмөриҙәрҙең |амореев}} баҫып алыуы башланған, Шу-Суэн уларға ҡаршы тороу маҡсатында Евфраттан Тигрға саҡлы «гипс» сүллеге ҡыры буйлап диуар төҙөгән, уның Ашшур өҫтөнән контроль юғалтыу ваҡыты аныҡ билдәле түгел (Шу-Суэндың сановниктарының береһе Арбеланы  контролдә тотҡан). Әмөриҙәр урап үткән Ашшур бары Ибби-Суэн дәүерендә азат булғандыр. Күпмелер ваҡыт эсендә  ҡаланы хурриттар биләгән булырға тейеш, ә хөкөмдар Ушпия идаралығы был ваҡытҡа (б.э.т. XXI аҙағы) йәки иртәрәк дәүергә ҡараған тип фаразларға була.
 
==== Б. э. т. ХХ—ХІХ быуаттар ====
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ассирия» битенән алынған