Ассирия: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
41 юл:
}}
 
'''Ассирия''' — (аккад теле: ''аккад.'''' Aššur'', ''ғәр.'' أشور, ''иврит'' אַשּׁוּר ''арам.'' ܐܬܘܪ, ''әрмән'' ''Asor Ասոր'', ''ассирий.'': ''Atur'') — Төньяҡ Ике йылға араһындағы Междуречье (хәҙерге [[Ираҡ]] территорияһында) боронғо дәүләт . Ассирия, б.э.т. XXIV быуаттан б.э.т.- VII быуаттабыуаттарҙа (яҡынса б.э.т. 609 йылда), Мидия һәм Вавилония уны ҡыйратҡанға саҡлы,  ике мең йыл самаһы йәшәгән. Яңы Ассирия державаһы бөйөк дәүләте (б.э.т. 750—620 й.) кешелек тарихында беренсе империя булып һанала.
 
Б.э.т. IX быуаттың тәүге яртыһында ассирийлылар хәрби баҫып алыу походтарын башлаған. Улар бөтөн [[Месопотамия|Месопотамияны]], Фәләстанды һәм Кипрҙы, хәҙерге [[Төркиә]] һәм [[Сүриә]], шулай уҡ [[Мысыр]] территорияларын (уны 15 йылдан  юғалтҡандар) яулап алғандар.  Яуланған ерҙәрҙә, яһаҡ түләү йөкләмәләрен һалып,  провинциялар барлыҡҡа килтергәндәр, ә иң оҫта һөнәрселәрҙе ассирия ҡалаларына күсергәндәр. (моғайын, шуға күрә лә Ассирия сәнғәтенә тирә-яҡ халыҡтар мәҙәниәттәренең йоғонтоһо һиҙелә). Ассирийлылар үҙҙәренең империяһында, бөтөн баш күтәреүселәрҙе көсләп күсереп депортация һәм ҡаты язалап, бик ҡанһыҙ идара иткән.
 
Ассирия б.э.т. VIII быуаттың өсөнсө сирегендә Тиглатпаласар III (б.э.т. 745-727 йй.) идара иткән осорҙа иң ҡеүәтле үҫешкә  өлгәшкән. Уның улы Саргон II Урартуны ҡыйратҡан, Төньяҡ Израиль батшалығын яулаған һәм Мысыр батшалығы сиктәрен киңәйткән. [[Вавилон]] ихтилалынан һуң (б.э.т. 689 й.) уның улы [[Сеннахериб]] был ҡаланы ер менән тигеҙләгән. Иҫ киткес  ҡупшылығы менән күҙҙең яуын алған үҙе төҙөткән Ниневияны баш ҡала итеп һайлаған. Ҡала биләмәләре байтаҡҡа арттырылған һәм ҡеүәтле нығытмалар ҡалҡып сыҡҡан, яңы һарай төҙөлгән, ғибәҙәтханалар яңыртылған. Ҡаланы һәм уның тирә-яғындағы баҡсаларҙы яҡшы һыу менән тәьмин итеү маҡсатында, бейеклеге 10 м булған һыу үткәргес акведук ҡоролған.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ассирия» битенән алынған