Яҡтыкүл алабалығы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
99 юл:
 
Һаҙанға оҡшағаныраҡ һимеҙ, итле, көмөш һымаҡ аҡ төҫтәге балыҡ. Арҡаһы киң, йәшкелт-ҡара төҫтә, эс яғы иһә ап-аҡ.
Кәүҙәһе ҡабырғаларынан ҡыҫылған, эре тәңкә менән ҡапланған. Үтә ҙур түгелдәр, оҙонлоғо 40—5540-55 см, ауырлығы 1—3 кг.
Уртаса, ғәҙәттә, — 40…5040-50 см, массаһы 700…800700—800 г тирәһе була. Әммә 50-60 см оҙонлоҡтағы 1-1,2 кг һәм 4—54-5 кг-ға еткән заттары ла осрай.
Ләмле һыу төбөн яратмаған­лыҡтан, ҡырсынташлы, ылымыҡ­һыҙ, ҡомло тәрән ерҙә йәшәй. Башҡа йыртҡыс балыҡтарҙан айырмалы, күҙҙәре ҙур, төнөн дә яҡшы күрә.
 
Яратҡан аҙыҡтары — ташбаш, сабаҡ, күкен. Күп ашауы һәм тиҙ ҙурайыуы менән дан алған. Һөмбаштар ғаиләһенә ҡараған алабалыҡ балыҡсылыҡ хужалы­ғында ла тотола.
Енси яҡтан алабалыҡ — 4—84-8 йылда өлгөрә. Көҙ һәм ҡыш айҙарында ыуылдырыҡ сәсә. Ваҡ, һары төҫтәге ыуылдырығын ҡырсынташлы-ҡомло ергә һала.
Үрсемлелеге—Үрсемлелеге — 20—5020-50 мең ыуылдырыҡ. Селбәрәләр яҙын, боҙ ирер алдынан сыға. Ғүмер оҙонлоғо — 7-10 йыл.
Был балыҡты урындағы башҡорттар сиға, сиғом тип атайҙар.