Кареев Андрей Андреевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
44 юл:
2016 йылдың 23 декабренә тиклем Андрей «Металлург» өсөн 28 уйын үткәрә һәм алтауһында еңеү яулай. 14 ноябрҙә ул клуб менән 2019 йылға тиклем килешеүен оҙайта<ref>[http://www.metallurg-nk.ru/club/news/1563/ «Металлург» продлил контракт с Андреем Кареевым]</ref>. Әммә ул Новокузнецкиҙа ҡалмай һәм команданан КХЛ дедлайны ваҡытында китә.
=== «Нефтехимик» (2016—2017) ===
24 декабрҙә Түбәнге Каманан «Нефтехимик» хоккей клубы үҙенә Кареевты алмаштырып ала, уның өсөн ул «Металлург» командаһына [[Хәкимов Рафаэл Рөстәм улы|Рафаэл Хәкимовты]] һәм аҡсалата компенсация бирә<ref>[https://www.sports.ru/hockey/1046886577.html Кареев перешел в «Нефтехимик», Хакимов вернулся в новокузнецкий «Металлург»]</ref>. 27 декабрҙә яңы командаһы өсөн тәүге осрашыуын уҙғара, шул көндә «Нефтехимик» «Северсталь» хоккей клубын 4:3 иҫәбе менә ота. 2017 йылдың 3 ғинуарында Түбәнге Камаға уйнарға «Салауат Юлаев» килә. Шул уйында Андрей ҡапҡаһына һуғылған бөтә 61 һуғыуҙы кире ҡаға — был КХЛ-дың яңы рекорды була. Яңы йылдың тәүге аҙнаһында Андрей өс уйын үткәрә, шуларҙың икәүһендә «ҡоро» еңеү яулай һәм бөтәһе бер гол ғына үткәрә. Шуның өсөн ул аҙнаның иң яҡшы ҡапҡасыһы тип таныла<ref>[http://www.khl.ru/news/2017/01/09/335247.html Яңы йылдың тәүге аҙнаһының иң яҡшы уйыесылары]</ref>, шулай уҡ уны «Нефтехимик» көйәрмәндәре ғинуар айының иң яҡшы уйынсыһы тип билдәләй<ref>[https://www.sports.ru/hockey/1048133935.html Болельщики «Нефтехимика» признали Кареева лучшим игроком января]</ref>. «Нефтехимик» Гагарин кубогына эләгә алмай ҡала, ә Кареев был команда өсөн ун алты уйында бөтәһе 29 гол үткәрә һәм өс тапҡыр ҡапҡаларын «ҡоро» ҡалдыра. Команданың баш тренеры Андрей Назаров Кареевты ҡалдырырға теләй, ә ҡапҡасы Түбәнге Камала ҡалырға теләген белдерә. Тик беренсе майҙа «Нефтехимик» һәм «Металлург» кире ҡапҡасылар менән алмашыналар: Андрей Кареев тыуған ҡалаһына ҡайта<ref>[http://sport.business-gazeta.ru/article/189770 «Нефтехимик» обменял Кареева на Хакимова]</ref>.
 
== Иҫкәрмәләр ==