Кареев Андрей Андреевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
29 юл:
 
'''Андрей Андреевич Кареев''' ([[19 ноябрь]] [[1994]], [[Новокузнецк]], [[Рәсәй]]) — [[Рәсәй]] хоккейсыһы, ҡапҡасы. Новокузнецкиҙан [[Металлург (хоккей клубы, Новокузнецк)|«Металлург»]] командаһының тәрбиәләнеүсеһе. Әлеге ваҡытта [[Континенталь хоккей лигаһы]]нда сығыш яһаған [[Салауат Юлаев (хоккей клубы)|«Салауат Юлаев»]] хоккей клубының уйынсыһы.
 
== Карьера ==
Андрей хоккей менән тыуған Новокузнецкиҙа шөғөлләнә башлаһа ла, 2003—2011 йылдарҙа үҫмерҙәр араһында турнирҙарҙа Мәскәүҙең «Спартак» командалары өсөн уйнай. Дүрт тапҡыр (2007—2011 йылдарҙа) командаһы менән Рәсәй беренселегенең финалдарында ҡатнаша. Шунда Андрей бер алтын, ике көмөш һәм бер бронза миҙалдарын яулай. Шулай уҡ «Спартак» командаһы өсөн уйындарҙан башҡа, Кареев 2010/2011 йылдар миҙгелендә [[Одинцово]] ҡалаһындағы Гуманитар университеты өсөн Мәскәүҙең юниорҙар лигаһында ун бер осрашыу үткәреп өлгөрә. Был йылдан һуң Андрей кире Новокузнецк ҡалаһына ҡайта.