Кареев Андрей Андреевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
33 юл:
 
=== «Металлург» Нк системаһында (2012—2016) ===
«Кузнецкие Медведи» составында Андрей 2011 йылда күнекмәләрҙә ҡатнаша башлай<ref>[https://www.sports.ru/hockey/103798450.html Первый номер драфта КХЛ-2011 начнет предсезонку с «Кузнецкими Медведями»]</ref>. Әммә август айында ул йәрәхәте арҡаһында бер ярым айға сафтан сыға<ref>[https://www.sports.ru/hockey/115372421.html Хоккеисты «Кузни» Кокшаров, Голубцов и Кареев получили травмы]</ref>. [[2012 йылдыңйыл]]дың 6 сентябрендә Андрей «Кузнецкие Медведи» өсөн [[Йәштәр хоккей лигаһы]]ндә тәүге уйынын үткәрә, 11 сентябрҙә лигала тәүге еңеүен яулай, ә 24 сентябрҙә «Снежные Барсы» командаһына ҡаршы уйында тәү тапҡыр ҡапҡаларын «ҡоро» ҡалдыра. Шул даими чемпионатта Кареев 34 осрашыуҙың 17-һендә еңә, 3 тапҡыр бер уйында бер гол да үткәрмәй һәм бер һөҙөмтәле пас бирә. «Кузнецкие Медведи» Харламов кубогы өсөн плей-оффтың тәүге раундында «Омские Ястребы» хоккей клубына серияла 0-3 иҫәбе менән отола, ә Андрей ике уйында ҡатнаша. Континенталь хоккей лигаһының плей-офф уйындарына эләкмәгән командалар өсөн уҙғарылған Өмөт кубогында «Металлург» өсөн бер уйынға заявкаға индерелә, әммә боҙға сыҡмай.
 
2013 йылдың 31 октябрендә ул [[Юғары хоккей лигаһы]]нда Новокузнецктың фарм-клубы «Ариада» өсөн лигала тәүге һәм шул миҙгелдә берҙән-бер уйынын үткәрә. «Кубань» хоккей клубына ҡаршы осрашыуҙың 56-сы минутында йәш голкипер майҙансыҡта Юрий Лаврецкийҙы алмаштыра һәм ҡалған ваҡытта бер гол да үткәрмәй. ЙХЛ даими чемпионатында Андрей 18 уйындың етәүһен еңә һәм бер тапҡыр ҡапҡаһын «ҡоро» ҡалдыра. «Кузнецкие Медведи» плей-оффтың икенсе раундына етәләр һәм шунда көрәштән төшөп ҡалалар, ә Кареев ете уйындың икәүһендә еңә.