Шадринск өйәҙе — версиялар араһындағы айырма

Дәүмәлдә үҙгәрештәр юҡ ,  3 года назад
 
== Географияһы ==
Шадринск өйәҙе Пермь губернаһының урал арты көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Өйәҙ майҙаны 18 035,6 [[Квадрат километр|км<sup>2</sup>]] (15 847,1 кв. саҡрым йәки 1 650 792 дИҫәтинәдисәтинә) тәшкил итә, шуның 735,78165 км<sup>2</sup> (646,5 кв. саҡрым йәки 67346 дИҫәтинәдисәтинә) майҙанын күлдәр биләй. Иҫәт йылғаһы өйәҙҙе ике өлөшкә бүлә: йылғаның уң яры (көнбайыш һәм көньяҡ һыҙаттары) өйәҙ биләмәһе Силәбе һәм Екатеринбург өйәҙҙәренең дауамы булып хеҙмәт иткән кеүек, ул — тигеҙ, урманһыҙ, ҡара тупраҡлы һәм бик күп күлдәр менән ҡапланған; Иҫәт йылғаһының һул яғында ҡара тупраҡ араһындағы ҡомло урындар ылыҫ урманы менән ҡапланған; бында күлдәр аҙ. Шадринск өйәҙендә урмандар бөтөн майҙандың 14 % биләй — ул губернаның аҙ урманлы өйәҙҙәренең береһе.
 
Шадринск өйәҙе территорияһы [[Тубыл|Тобол]] йылғаһы бассейнына ҡарай, уның ҡушылдығы Иҫәт өйәҙ биләмәһе буйлап 139 км (130 саҡрым) арауығында аға, уға [[Тинес|Теча]], [[Барнева|Барнёвка]], [[Мейәс]] (түбәнге ағымы өйәҙгә ҡарай) йылғалары ҡоя һ.б. Күлдәр — 309, шуларҙың 47-һе балыҡҡа бай; әһәмиәтле күлдәр: Маян — 151 км<sup>2</sup> (133 кв. саҡрым), Уйылға — 94 км<sup>2</sup> (83 кв. саҡрым), Аҙыкүл — 75 км<sup>2</sup> (66 кв. саҡрым), Тышка — 33 км<sup>2</sup> (29 кв. саҡрым) һәм Коклан — 32 км<sup>2</sup> (28 кв. саҡрым); өйәҙҙең сиректән артыҡ тораҡтары күл буйҙарына урынлашҡан.
16 347

үҙгәртеү