Топҡапы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
32 юл:
}}
 
'''{{comment|Топҡапы|Төрөксәнән тәржемәһе «туп ҡапҡаһы», (төрөк ''top'') — туп, ''kapı'' — ҡапҡа.}}''' ([[Төрөк теле|төрөк]].|Topkapi), иҫкесә  {{comment|Сераль|Фарсыса ''serai'' — «ҙур йорт, һарай», төркисә ''saray''.}}  — [[Ғосман империяһы]]нда [[XIX быуат]]  уртаһына тиклем төп һарай. [[Истанбул]]дың тарихи үҙәгендә, Сарайбурну морононда,   [[Босфор]]  менән Алтын Мөгөҙҙөң   Мәрмәр диңгеҙгә  тоташҡан ерендә урынлашҡан. 
 
Ғосман империяһы ҡолағандан һуң һарай музейға әйләндерелә, ул  — майҙаны буйынса донъяла иң ҙур музейҙарҙың береһе. Дөйөм тамашаға ҡуйылған экспонаттар һаны 65 000 берәмеккә етә (был бөтә коллекцияның ундан бер өлөшө генә).
 
Диуарҙар менән уратылған һарай-парк ансамбленең дөйөм майҙаны  уларға тоташҡан баҡсалар һәм төкәтмәләр менән бергә  700 мең квадрат  метр тәшкил итә. Истамбулдың был тарихи районы 1985 йылда   [[Бөтә донъя мираҫы]]  исемлегенә индерелгән ҡомартҡыларҙың береһе булып тора.
 
== Тарихы ==
1453 йылда, төрөктәр [[Константинополь|Константинополде]] баҫып алғас, ғосман солтаны  [[Мәхмәт II|Яулап алыусы Мәхмәт]] башта хәҙерге Истанбулдың Баязит майҙанында уның өсөн төҙөлгән һарайға урынлаша.   Был һарай бөтөнләй һаҡланмаған, әммә иҫке һарайҙың һәрәме тәүҙән үк Топҡапыла төйәкләнгән була. Был иҫке һәрәм әле  «Сермәрле павильон» булараҡ билдәле.
 
1475—78 йылдарҙа  Мәхмәт византий императорҙары резиденцияһының харабаларында яңы Топҡапы һарайын һалдыра башлай. Иҫке  «Семәрле павильон» был һарайҙың ситендә тороп ҡала. Тәүге ярты быуатта  Топҡапы солтандарҙың  "«эш"» резиденцияһы булып ҡына хеҙмәт итә: «Семәрле киоск» менән һәрәм һарай комплексына инмәй. 
 
XVI быуатта  Роксолана  (славян йәриәһе, һуңынан солтан  [[Сөләймән I]]-нең ҡатыны) һәрәмде, солтанға яҡыныраҡ булыр өсөн, солтан һарайы Топҡапыға  күсертә. Күркәм Сөләймән осоронда Топҡапы һәрәмен төҙөү Топҡапы һарайына уны һалған мәлдән алып беренсе тапҡыр индерелгән ҙур үҙгәреш була. 
 
Артабанғы быуаттарҙа Топҡапы артабан киңәйә, зиннәтлегә әйләнә бара. 400-ләп йыл буйы һарай [[Ғосман империяһы]]ның  төп һарайы булып ҡала — унда 25 солтан йәшәй һәм идара итә. 1854 йылда  солтан Абдулмәжит  I  Европа өлгөһөндә төҙөлгән яңы резиденцияға резиденцияға Долмабахче  һарайына күсә. 
 
1923 йылда,  республика урынлашҡас, Топҡапы, башҡа һарайҙар кеүек үк,  [[Мостафа Кәмал Ататөрк]]  указы менән музейға әйләндерелә. Төрөк дәүләте башлығының резиденцияһы булып Долмабахче һарайы ҡала.
 
== Тасуирлама ==
[[Файл:Istanbul_Topkapi_Maket.JPG|мини|250x250пкс|Һарай ансамбленең макеты  ]]
Топҡапы һарайы диуарҙар менән уратып алынған һәм бер-береһенән бүленгән дүрт ихата (''авлу'') принцибы буйынса ҡоролған:
* Төп ҡапҡа  — Хаким ҡапҡаһы йәки  ''Баб-и Һумайун'' ({{Lang-ota|Bab-ı Hümayun}}) беренсе ихатаға алып бара, унда хеҙмәт һәм ярҙамсы биналар, шулай уҡ мәсет итеп үҙгәртелгән боронғо Изге Ирина сиркәүе булған.
* Сәләм ҡапҡаһы йәки  ''Баб-ус-сәләм'' ({{Lang-ota|Babü's-selâm}}) артында диван канцелярияһы менән ҡаҙна урынлашҡан.
* Бәхет ҡапҡаһы йәки ''Баб-ус-саадәт'' ({{Lang-ota|Babü's-saadet}}) артында һәрәм, шәмширлик  (самшит ағаслығы булған ихата, унда тәхет вариҫтары йәшәгән) һәм әндәрүн (төпкө бүлмәләр). Төпкө бүлмәләр яғында идаралыҡ кадрҙары әҙерләй торған  [[Әндәрүн]]  мәктәбе урынлашҡан.
* Дүртенсе ихатала  Реван, Софа һәм Мәжидиә павильондары, Башлала башняһы, Софа мәсете, сөннәтләү павильоны, гардероб һәм башҡа биналар булған.<ref>{{Китап|заглавие=История Османского государства, общества и цивилизации: В 2 т|оригинал=Osmanli devleti ve medeniyeti tarihi|место=М.|издательство=Восточная литература|год=2006|том=1: История Османского государства и общества|страницы=112—113|страниц=XXXII+602|isbn=5-02-018509-4|тираж=2000}}</ref>
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Топҡапы» битенән алынған