Бағыр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
45 юл:
Ауға көндөҙ сыға торған йыртҡыс балыҡтарҙан бағры иң яҡшы күреүселәрҙән һанала. Сөсө һыуҙың чемпионы тип тә атайҙар бағырҙы. Ул сәғәтенә 35 км тиҙлек менән йөҙә ала.
 
Күберәк ултыраҡ тормош алып бара. Алыҫ араларҫа күсеп йөрөмәй. Өлкән балыҡтары көҙгө һәм ҡышҡы ыуылдырыҡ сәсеүҙән һуң шишмәләргә яҡыныраҡ урындарҙа тәрәнерәк ятыуҙарға күсә. Кыш осорон шундай зөмбәйҙәрҙә ваҡ балыҡтар аулап үткәрә.
 
Яҙғыһын болғансыҡ һыуҙар килеү менән ҡышлау урындарын ташлап китәләр. Йәшеллек күренеү менән йәйге урындарына күсәләр.
 
Өлкән балыҡтар яңғыҙаҡ йәшәүҙе үҙ итә. Йылға тамаҡтарында, шарлауыҡтар тирәһендә, текә ярҙар янындағы урындарҙа урынлашалар.
 
Ваҡ бағыр балыҡтары һай шаршыларҙа туплана. Көтөүҙәргә берләшеп, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй. Һыу аҫтындағы үҫентеләр араһында, эре таштар артында, ағым көслө булмаған, ләкин өйөрөлтмәктәр булған урындарға өҫтөнлөк бирәләр.
== Туҡланыуы==
Ваҡ ҡыҫала һымаҡтар, бөжәктәрһең личинкалары, ваҡ моллюскалар,балыҡтар, бөжәктәр, сүмесбаштар, тәлмәрйендәр, һыуҙа йәшәүсе ваҡ имеҙеүселәр менән туҡланалар.
 
Тамаҡ туйҙырыу мәлдәре иртәнге йәки киске сәғәттәргә тура килә. Был мәлдә һыу өҫтөндә осҡан бөжәктәрҙе эләктереү өсөн һыуҙан ырғып күтәреләләр.
 
Ыуылдырыҡтар ҙа яратҡан аҙығы булып тора. Ас мәлдәрендә үҙ ыуылдырыҡтарын (етерлек дәрәжәлә йәшереп ҡуйылмаһа), сәлбәрәләрен дә ашарға мөмкиндәр. Балыҡсылар уларҙы, иң яратҡан аҙығы — ямғыр йәки ер селәүсене ярҙамында тоталар.
 
Йәшенле ямғырҙар, көслө елдәр һөҙөмтәһендә һыуға бик күп бөжәктәр ҡолағанда, был балыҡтар һыу өҫтөндә йөҙәп байрам итеп алалар. Шуғалыр ҙа, улар һыу ситендә үҫкән үҫемлектәр араһын яраталар.
 
Эҫе көндәрҙә йылғаларға ҡойған шишмә тамаҡтарына йыйлалар. Бындай урындар булмаһа, өңдәргә инеп йәшенәләр. Бындай шаңҡып ятҡан саҡтарында, балыҡсылар уларҙы яланғас ҡул менән дә тота алалар. Ә былай бик сос балыҡтар.
 
Балыҡтарҙы күпләп аулау, Республиканың көньяҡ-көнсығышында ваҡ йылғалар күпләп ҡороуы һөҙөмтәһендә бағры ла бөтә бара.Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына ингән.
 
== Үрсеүе==
Енси етлегеү, үрсеү мәле өсөнсө йылдарына тура килә. Ыуылдырыҡтарын ноябрҙан алып декабрь буйына сәсәләр. Бының өсөн ҡырсынлы, суйыр ташлы, шәп ағымлы һайлыҡтарға өҫтөнлөк бирәләр.
 
Бағырҙың ыуылдырығы эре була ( диаметры 3 миллиметрға яҡын). Күптәр өсөн ымһындырғыс аҙыҡ булып тора. Үрсемен ашалыуҙан һаҡлап алып ҡалыу өсөн, инә балыҡтар тәүҙә ҡойроҡтары менән көслө хәрәкәттәр яһап соҡорҙаар эшләп алалар ыуылдырыҡтарын шунда йәшерәләр. Ә бағырҙың үрсеме бик ҙур түгел (200 дән 2 меңгә ҡәҙәр бөртөк).
 
Личинкалары ҡыш буйына ышыҡтарында йәшеренеп яталар.ҙ еткәс кенә сыға башлайҙар. Ыуылдырыҡ һарыһындағы запас бөткәнсе, оҙаҡ ҡына ышыҡтарынан алыҫ китмәйҙәр.
 
Сама менән 4 аҙна тирәһе үткәс кенә төйәктәрен ташлап умыртҡаһыҙҙар (зоопланктон, бөжәктәр һ. б. умыртҡаһыҙҙарның личинкалары) менән туҡланыуға күсәләр.Был мәлдә шәп итеп үҫә башлайҙар. Йыл эсендә ун сантиметр тирәһенә етәләр.
 
== Сығанаҡ ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Бағыр» битенән алынған