Бағыр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
14 юл:
{{Красная книга России|2|172}}
 
'''Бағыр'''<ref> Русско-башкирский словарь сельскохозяйственных терминов (Ф.  С.  Мурзакаев, 2001)
</ref> ({{lang-la|Salmo trutta}}, ({{lang-ru| Кумжа}}, ручьевая форель)  — һөмбаш балыҡтар (Salmonidae) ғаиләһендәге [[балыҡтар|балыҡ]].
 
==Ҡылыҡһырлама==
Евразия, Төньяк Америка, Африкала тереклек итә, Австралия һәм Яңа Зеландиядә климатҡа ярашҡан. Кәүҙәһенең оҙонлоғо 37 см-ға ҡәҙәр, ян-яҡтан ҡыҫылған. Ауырлығы 0,2−0,8 кг. Башы өҫкө яҡтан яҫыланған. Төҫө ҡара, ян-яҡтары алтын һымаҡ һары, ҡорһаҡ өлөшөндә күп һанда төрлө төҫтәге тимгелдәр бар. Уылдырығын (200 дән 2 меңгә ҡәҙәр бөртөк) көҙөн суйыр ташлы һай һыулылы урындарҙа сәсә. Умыртҡаһыҙҙар (зоопланктон, бөжәктәр һ. б. умыртҡаһыҙҙарның личинкалары) менән туҡлана. Бағыр быуала үрсетеү объекты булып тора.
Кәүҙәһенең оҙонлоғо 37 см-ға ҡәҙәр, ян-яҡтан ҡыҫылған. Ареалының сиктәрендә кәүҙәһенең оҙонлоғо 25-55 сантиметр тирәһендә тирбәлә. Уның ғәҙәттәге ауырлығы 300—400 грамм. Йәшәү шарттарына ҡарап ауырлығы 1,3-2 кг тирәһенә етергә мөмкин.
 
Башы өҫкө яҡтан яҫыланған. Төҫө ҡара, ян-яҡтары алтын һымаҡ һары, ҡорһаҡ өлөшөндә күп һанда төрлө төҫтәге тимгелдәр бар. Төҫө мөхитендәге грунтҡа, һыу ятҡылығындағы фонға, миҙгелгә, аҙығына һәм башҡа бик күп факторҙарға бәйләнгән.
 
Ҡайһы берәүҙәр уны сыбайсыҡ тип тә йөрөтә. Уның һоҡланғыс матурлығын ҡыҙыл, ҡара төртөктәр билдәләй.
 
Тәңкәһе ваҡ, ҡойроғо ҡара төҫтә, тештәре күп, тигеҙ, күҙе үткер. Йылғаның ҡомороҡтарында, ағас араларына йәшеренә.
==Таралыуы==
[[Евразия]], [[Төньяҡ Америка|Төньяк Америка]], [[Африка]]ла тереклек итә, [[Австралия]] һәм [[Яңы Зеландия]]ла климатҡа яраҡлашҡан.
[[Башҡортостан]]дың таулы төбәктәрендә бағры, күберәк [[Белорет районы|Белорет]], [[Ғафури районы|Ғафури]], [[Ишембай районы|Ишембай]], [[Әбйәлил районы|Әбйәлил]], [[Күгәрсен районы|Күгәрсен]] райондарының һыу ятҡылыҡтарында осрай.
 
[[Белорет районы]]ның [[Наяҙы]], [[Буғанаҡ]] йылғаларында, [[Маҡар (Ишембай районы)|Маҡар]] янындағы Бикәҙе йылғаһында, Бөрйән, Ейәнсура төбәгендә һәм башҡа ерҙәрҙә осраштыра.
 
Әле [[Белорет районы|Белорет]] һәм [[Бөрйән]] төбәгендәге Оло һәм Кесе Бәшәке (Апшаҡ йылғаһы) — бағры балығы резервтары (йәғни тәбиғи байлыҡтар дәүләт тарафынан махсус һаҡлауға алынған урын).
 
Бағыр резерваттары итеп йәнә түбәндәге урындар алынды: Ғафури төбәгендә, Һыуяҡты йылғаһы (Усман ауылы эргәһендә), Күгәрсен төбәгендә — Оло һәм Кесе Инәк йылғалары.
 
Бағыр бик тәмле балыҡ. Ул тик беҙҙең республикала ғына түгел, бәлки бөтә донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың береһе. Халыҡ уны юҡҡа ғына «батша балығы» тип атамаған.
 
==Йәшәү рәүеше==
Бағыр тик һалҡын һәм таҙа һыуҙа ғына йәшәй. Боҙ аҫтында ла һәйбәт ҡышлай ала.
 
Ул үтә һаҡ. Ауға көндөҙ сыға, 10 – 12 градуста яҡшы туҡлана. Һыуҙың йылылығы 18 градустан юғары күтәрелһә, бөтөнләй ашамай башлай.
Ауға көндөҙ сыға торған йыртҡыс балыҡтарҙан бағры иң яҡшы күреүселәрҙән һанала. Сөсө һыуҙың чемпионы тип тә атайҙар бағырҙы. Ул сәғәтенә 35 км тиҙлек менән йөҙә ала.
 
Күберәк ултыраҡ тормош алып бара. Алыҫ араларҫа күсеп йөрөмәй. Өлкән балыҡтары көҙгө һәм ҡышҡы ыуылдырыҡ сәсеүҙән һуң шишмәләргә яҡыныраҡ урындарҙа тәрәнерәк ятыуҙарға күсә. Кыш осорон шундай зөмбәйҙәрҙә ваҡ балыҡтар аулап үткәрә.
 
== Сығанаҡ ==
* [http://www.bashfisher.ru/pages/redbookrb.html Рыбы занесенные в красную книгу Башкирии]
* [http://fb.ru/article/252088/ruchevaya-forel-opisanie-vida-osobennosti-lovli форель ручьевая]
*[http://rybspot.ru/sposoby-lovli/rechnaya-forel форель ручьевая]
 
== Әҙәбиәт ==
* Нафиҡов Шамил. Һыу буйында балыҡсы.— Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1997.— 176 бит.
 
== Иҫкәрмәләр ==
Юл 25 ⟶ 61:
* [http://tatarile.org/maglumat/ Татар энциклопедияһы. Ҡазан, 2008] {{Ref-tt}}
 
== Әҙәбиәт ==
* Попов В. А., Лукин А. В. Животный мир Татарии. Казань, 1988; Аськеев И. В., Аськеев О. В., Беляев А. Н. Каталог млекопитающих Татарстана. Казань, 2000.
 
{{fish-stub}}
[[Категория:Башҡортостандың Ҡыҙыл китабы:Балыҡтар]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Бағыр» битенән алынған