Башҡорт милли хəрəкəте: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
152 юл:
==== Аҡтар хәрәкәте яғында ҡалғандар ====
 
1919 йылдың февралендә Башҡорт ғәскәрҙәренең ''Ҡыҙылдар'' яғына сығыуына ҡайһы бер милли хәрәкәт эшмәкәрҙәре ҡаршы була ([[Ҡорбанғәлиев Мөхәмәтғәбделхәй Ғәбиҙулла улы|М. Ғ. Ҡорбанғәлиев]], [[Таған Ғәлимйән Ғирфан улы|Ғ. Ғ. Таған]], [[Ҡорбанғәлиев Мөхәмәтһарун Ғәбиҙулла улы|Һ. Ғ. Ҡорбанғәлиев]] һ. б.), ''3-сө Башҡорт полкы'' ла ''Аҡтар хәрәкәте''ндә ҡала{{sfn|История башкирского народа...|2010|с=145}}. Адмирал [[Колчак Александр Васильевич|А. В. Колчак]], 1919 йылдың 20 февралендә төбәк эштәрҙә үҙидаралыҡ вәғәҙә итеп, башҡорттарға өндәмәгә ҡул ҡуя, был бер нисә башҡорт хәрби частарының большевиктар яғына күсмәй ҡалыуына булышлыҡ итә<ref>{{статья|автор=Наумова Н. И.|заглавие=Из истории взаимоотношений колчаковской власти и башкирского национального движения (1918 — 1920 гг.)|издание=Вестник Томского государственного университета. Серия «История. Краеведение. Этнология. Археология».|год=2003|номер=236|страницы=90-97|ref=Наумова Н. И.}}</ref>. РККА‑ның Беренсе армияһы етәкселеге тарафынан был шартты боҙоу һәм репрессиялар (башҡорт һалдаттарының ҡоралһыҙландырыуҙан һәм дөйөм нигеҙҙә РККА полктарына бүлеп таратыуҙан баш тартыуҙарына ҡаршы) башҡорт һалдаттарының күптәренең Рус армияһы составына күсеүенә (''1‑се Башҡорт уҡсылар полкының 2‑се батальоны'', ''1‑се Башҡорт кавалерия полкы'' һәм ''2‑се Башҡорт кавалерия полкының 3‑сө эскадроны'') килтерә. Ҡорбанғәлиевтар йоғонтоһо арҡаһында 3-сө Башҡорт полкы ''Аҡтар хәрәкәте''ндә ҡала{{sfn|История башкирского народа...|2010|с=145}}. Совет командованиеһы шәхси хәүефһеҙлек вәғәҙә иткәндән һуң, уларҙың бер өлөшө Ҡыҙыл армияға кире ҡайта һәм башлыса [[Мортазин Муса Лот улы|М. Л. Мортазин]] етәкселегендәге [[Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы]] составына инә<ref name="Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы"/>.
 
М. Ғ. Ҡорбанғәлиев 1919 йылдың йәйендә [[Силәбе]] ҡалаһында йәнә бер башҡорттар ҡоролтайын ойоштороп маташа, «[[Ҡаһарман башҡорт (гәзит)|Ҡаһарман башҡорт]]» гәзитен сығара<ref>{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/7980-a-arman-bash-ort-g-zit|«Ҡаһарман башҡорт»|autor=Хөсәйенов Ғ. Б.}}</ref>. Йыл аҙағынан Колчак ғәскәрҙәре менән ҡалған башҡорттар бергә көнсығышҡа сигенә, был ваҡиғаны Ғ. Ғ. Таған ''[[Бөйөк Себер Боҙ походы|«башҡорт яугирҙәренең боҙло походы»]]'' тип исемләй. 1920 йылдың 14 мартында Чита ҡалаһында башҡорт аҡ ғәскәрҙәре етәкселәре М. Ҡорбанғәлиев һәм Ғ. Таған казак атаманы ''Г. М. Семёнов'' менән осраша, улар айырым башҡорт ғәскәрҙәре төҙөүгә булышлыҡ итәсәген белдерә{{sfn|История башкирского народа...|2010|с=110}}. 1920 йылдың июнендә Рəсəйҙең көнсығыш сиктəрендəге ''Башҡорттарҙың хəрби‑милли идаралығы'' ойошторола, М. Ғ. Ҡорбанғәлиев уның рəйесе<ref>{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/8417-orban-liev-m-kh-m-t-bdelkh-j-bi-ulla-uly|Ҡорбанғәлиев Мөхәммәт-Ғабдулхай Ғәбиҙулла улы|autor=Юнысова А. Б.}}</ref>, ә Ғ. Ғ. Таған хәрби штаб башлығы була{{sfn|История башкирского народа...|2010|с=415—420}}. 1920 йылдың ноябрендә «Аҡтар»ҙың ғәскәрҙәре Чита ҡалаһын «ҡыҙылдар»ға тапшыра. Аҡтар яғында ҡалған 2 мең башҡорттар [[Ҡытай]] сиген үтеп ''Маньчжурия''ға юллана. Атаман Семенов бөтә хәрби частарҙы ла ''Приморье''ға барырға өгөтләй, әммә 1920 йылдың 20 ноябрендә М. Ғ. Ҡорбанғәлиев башҡорттар башҡа Рәсәйҙәге һуғышта ҡатнашмаҫҡа тейеш тип иғлан итә<ref>{{статья|автор= Юнусова А. Б.|заглавие= Великий имам Дальнего Востока|ссылка= http://cyberleninka.ru/article/n/velikiy-imam-dalnego-vostoka-muhammed-gabdulhay-kurbangaliev|издание= «Вестник Евразии»|тип= Журнал|год= 2001|номер= 4 (15)|страницы= 83—117|issn= 1727-1770}}</ref>.