Әхмәтзәки Вәлиди Туған: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
174 юл:
}}</ref>.
 
1917 йылдың 20—27 июлендә [[Ырымбур]]ҙа үткән [[Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары|I Башҡорт ҡоролтайында]] ҡатнаша һәм унда президиумы ағзаһы һәм [[Башҡорт мəркəзмәркәз шураһы]] рəйесе урынбаҫары итеп һайлана. Дəүлəт ҡоролошо (милли-территориаль автономия нигеҙендə) һəм «Ер мәсьәләләре» буйынса докладтар менән сығыш яһай. Икенсе докладында, ул XVII—XX быуаттар араһында юғалтылған башҡорт ерҙəрен ҡайтарып биреү зарурлығын билдəлəп үтә. 1917 йылдың 22—29 авгусында [[Өфө]]лә уҙған [[Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары|II Башҡорт ҡоролтайында]] ҡатнаша. Бында ул «[[Оло Башҡортостан]]дың», «[[Бәләкәй Башҡортостан]]дың» һəм «Көнсығыш Рəсəйҙең Мосолман автономлы дəүлəттəре федерацияһының» карталарын төҙөй. [[Башҡорт хөкүмәте]] төҙөлгәс, Вәлидигә Хәрби һәм эске эштәр бүлектәре тапшырыла.
 
1917 йылдың нояберендә Өфө губернаһының федералист башҡорттар исемлеге буйынса Бөтə Рəсəй Ойоштороу йыйылышына делегат итеп һайлана. Башҡорт мəркəз шураһының беренсе фармандарын төҙөүҙə һәм уларға ҡул ҡуйыуҙа ҡатнаша. Был фармандарҙа башҡорттарҙың сəйəси көрəштə позицияһы һəм федератив Рəсəй составында [[Башҡортостан автономияһы]] иғлан ителә. 1917 йылдың 8—20 декаберендә Ырымбурҙа үткән [[Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары|III Башҡорт ҡоролтайында]] ҡатнаша һәм унда президиумы рәйесе һәм [[Кесе Ҡоролтай]] ағзаһы итеп һайлана, [[Башҡорт хөкүмәте]] рəйесе урынбаҫары һəм Хəрби бүлек мөдире итеп раҫлана.