Йомағолов Харис Йомағол улы — версиялар араһындағы айырма

1914 йылда Реаль училищеның VII класын тамамлағандан һуң, [[Мәскәү]]гә барып ауыл хужалығы инс­титутына уҡырға инә.
 
1917 йылдың ғинуары­нда хәрби хеҙмәткә алына. Мәскәү прапорщиктар мәктәбен тамамла­п, прапорщик дәрәжәһе ала. «Полуротный» командир булып хеҙмәт итә.<ref>[http://www.knowbysight.info/YuYY/12362.asp Юмагулов Харис Юмагулович]</ref> 1917 йылғы [[Февраль революцияһы]]нан һуң, большевиктар партияһына инә һәм революцион хәрәкәткә ылығып китә. 1917 йылдың йәйендә [[Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте]]нә ҡушыла. 1917 йылдың 20 — 2720—27 июлендә Ырымбурҙа[[Ырымбур]]ҙа үткән [[Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары|I БашҡортБөтә башҡорт ҡоролтайында]] милли хәрәкәттең етәкселек органы — [[Башҡорт үҙәк шураһы]] башҡарма комитеты ағзаһы итеп һайлана. 1917 йылдың көҙөндә Һамар губернаһы башҡорттары Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына (Учредительное Собрание) депутатлыҡҡа кандидат итеп күрһәтә. 1917 йылдың 8 — 208—20 декабрендә үткән III Дөйөм Башҡорт ойоштороу ҡоролтайында 15 ноябрҙә иғлан ителгән [[Башҡортостан автономияһы]]ның юғары закон­дар сығарыу органы — Кесе ҡорол­тай (предпарламент) составына индерелә.
 
1918 йылда Мосолман коммунистарының үҙәк бюроһы ағзаһы, Эске Рәсәй мосолмандары комиссары урынбаҫары, [[Ҡазан]]да хәрби комиссар вазифаһын үтәй.
 
1919 йылдың башында Мәскәүҙә Үҙәк мосолман комиссариаты комиссары [[Мирсәйет Солтанғәлиев]]тың урынбаҫары булып үрләтелә. 1919 йылдың майынан Башҡорт Совет автономияһының хөкүмәте — Башревкомды[[Башревком]]ды етәкләй.
 
1920 йылдың 17 майындағы декреты менән Үҙәк Совет власы Башҡортостандың автономия хоҡуҡтарын ҡырҡа сикләй. [[Башревком]] ағзалары быға протест белдереп, Баш­ҡортостандан сығып китә һәм [[Зәки Вәлиди]] кәңәше буйынса Төркөстанға юллана. Әммә Төркөстандағы көрәш уңыш­һыҙлыҡҡа осрағас, [[Башҡортостан]]ға ҡайтырға ҡарар итә.
 
1921 йылда БашЦИК-тың[[Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты]]ның аслыҡҡа ҡаршы көрәш буйынса уполномоченныйы вазифаһын башҡара.
 
1922 йылдан [[ВЦИК Президиумы]] янындағы Башҡортостан вәкиллегендә эшләй.
46 245

үҙгәртеү