Башҡортостан автономияһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
36 юл:
Рәсәйҙәге 1917 йылғы Февраль революцияһынан һуң [[Башҡорт милли хәрәкәте]]нең башҡорттарҙың милли-территориаль автономияһын төҙөү процессы башлана. 1917 йылдың июль — авгусында [[Ырымбур]] һәм [[Өфө]] ҡалаларында I һәм II [[Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары]] уҙа, унда делегаттар федератив Рәсәй составында милли-территориаль формала демократик республика төҙөргә ҡарар итә. I һәм II ҡоролтайҙар менән һайланған Башҡорт Хөкүмәте Ырымбурҙағы Каруан-һарайҙа эшләй һәм 1918 йылдың ғинуарында үтәсәк Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына әҙерләнә. Октябрь революцияһы автономия үҫешенә яңы йоғонто яһай.
 
Башҡорт Мәркәз Шураһы 1917 йылдың 11 (25) ноябрендә донъя күргән 1-се һанлы фарманында башҡорттарға үҙ милли идараһы кәрәклеген раҫланы<ref>[http://www.gsrb.ru/ru/about_parliament/parliamentary_museum/second_kurultai_august_25_30_1917/farman_number_1/ Фарман № 1 Центрального Башкирского Шуро]</ref>. Ә инде 15 (29) ноябрҙә [[Башҡорт Мәркәзмәркәз Шураһышураһы]] 2-се һанлы фарман менән Башҡортостан автономияһын иғлан итә. Был тарихи документҡа шура рәйесе [[Манатов Шәриф Әхмәтйән улы|Шәриф Манатов]], уның урынбаҫары [[Әхмәтзәки Вәлиди Туған|Әхмәтзәки Вәлидов]] һәм сәркәтибе [[Бабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы|Шәйехзада Бабич]], һәм алты шураның бүлек мөдирҙәре үҙҙәренең ҡултамғаларын ҡуя.<ref>{{книга
| автор = Зулькарнаева Е. З., Кульшарипова Н. М.
| заглавие = Фарман. // Башкортостан: краткая энциклопедия