Башҡорт милли хəрəкəте: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
17 юл:
1917 йылдың февралендә Рәсәйҙә революция була. Сәйәси үҙгәртеп ҡороуҙар ваҡытында башҡорттар, үҙ аҫаба ерҙәрен һаҡлап ҡалыуҙы координациялау өсөн, махсус комитеттар төҙөй. Был комитеттар Бөтә Рәсәй мосолман съезында ҡатнашасаҡ башҡорт делегаттары өсөн наказ әҙерләйҙәр{{sfn|История башкирского народа...|2010|с=81}}.
 
1917 йылдың 10 майында [[Мәскәү]] ҡалаһында ''I Бөтә Рәсәй мосолман съезы''ның башҡорт делегаттары тарафынан [[Башҡорт өлкә бюроһы]] ойошторола. Бюроның төп маҡсаты башҡорттарҙың милли хəрəкəте менән етәкселек итеү була. Бюро май уртаһынан алып ул [[Ырымбур]] ҡалаһында урынлаша. 1917 йылдың 26 июнендә ойошманың исеме ''Башҡорт халҡы союзы бюроһы'' тип үҙгәртелә. Ойошма улус советтарын — ''төбәк шураларын'' төҙөү һәм ''1-се Бөтә башҡорт ҡоролтайына'' делегаттар һайлау үткәреү менән шөғөлләнә. Уның баҫма органы «[[Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире]]» гәзите була. Бюро ағзалары булып ''Ю. С. Бикбов'', [[Бикбов Юныс Юлбарыҫ улы|Ю. Ю. Бикбов]], [[Әхмәтзәки Вәлиди Туған|Ә. Ә. Вәлидов]], ''С. С. Иҙелбаев'', [[Дәүләтшин Абдулла Сибәғәтулла улы|А. С. Дәүләтшин]], [[Ҡыуатов Ғүмәр Ғәлим улы|Ғ. М. Ҡыуатов]], ''Х. Игликов'', [[Йәғәфәров Аллабирҙе Нурмөхәмәт улы|А. Н. Йәғәфәров]], [[Ҡыуатов Усман Мөхәмәтғәлим улы|У. М. Ҡыуатов]], [[МирасовМерәҫов Сәғит Ғөбәйҙулла улы|С. Ғ. МирасовМерәҫов]] һәм [[Мутин Ғариф Ибраһим улы|Ғ. И. Мутин]] була<ref>{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/1891-bash-ort-lk-byuro-y|Башҡорт өлкә бюроһы|автор=[[Ҡасимов Салауат Фитрат улы|Ҡасимов С. Ф.]]}}</ref>.
{{Викитека|:ru:Категория:3-й Курултай Башкурдистана|Постановления Учредительного курултая}}
1917 йылдың 20—27 июлендә Ырымбур ҡалаһында [[Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары|I Бөтә башҡорт ҡоролтайы]] уҙғарыла. Съезда башҡорттар күпселекте тәшкил иткән улустарҙан икешәр делегат һайлана. Ҡоролтайҙа барлығы 70 делегат ҡатнаша. Съезд [[Башҡорт мәркәз шураһы]]н (''Башҡорт өлкә советы''н) ойоштора<ref>{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/1885-bash-ort-m-rk-z-shura-y|Башҡорт мәркәз шураһы|автор=[[Ҡасимов Салауат Фитрат улы|Ҡасимов С. Ф.]]}}</ref> һәм уның башҡарма комитетын һайлай. Улустарҙа мәркәз шураһының бүлектәре төҙөлә һәм уның баҫма органы — [[Башҡорт (гәзит)|«Башҡорт»]] гәзите ойошторола. Башҡорт мәркәз шураһы составына ағза булараҡ [[Манатов Шәриф Әхмәтйән улы|Ш. Ә. Манатов]] (рәйес), [[Әхмәтзәки Вәлиди Туған|Ә. Ә. Вәлидов]], [[Мутин Ғариф Ибраһим улы|Ғ. И. Мутин]], [[Ҡыуатов Усман Мөхәмәтғәлим улы|У. М. Ҡыуатов]], [[МирасовМерәҫов Сәғит Ғөбәйҙулла улы|С. Ғ. МирасовМерәҫов]], [[Мутин Илдархан Ибраһим улы|И. И. Мутин]] һәм уларҙың ярҙамсылары булараҡ [[Әмиров Йыһангәрәй Ғилман улы|Й. Ғ. Әмиров]], [[Таһиров Нуриәғзәм Таһир улы|Н. Т. Таһиров]], [[Сәлихов Яхъя Шәрәф улы|Я. Ш. Сәлихов]] һайлана{{sfn|А. А. Валидов — организатор автономии Башкортостана.|2010|с=52}}. Ҡоролтай барышында артабанғы резолюциялар ҡабул ителә: [[Башҡортостан автономияһы|Башҡортостан милли-территориаль автономияһы]], ''Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы''на һайлауҙарҙа ҡатнашыу, [[Беренсе донъя һуғышы]]н аннексия һәм контрибуцияларһыҙ туҡтатыу, [[Башҡорт армияһы|милли ҡораллы көстәрен]] ойоштороу, ерҙе социализациялау, 1917 йылға тиклем башҡорттарҙан тартып алынған ерҙәрҙе ҡайтарып биреү, Ырымбурҙағы [[Каруанһарай]]ҙы национализациялау, ''Бөтә Рәсәй мосолман шураһы''нда башҡорттарҙың вәкиллеге, улус шуралары эшмәкәрлеге, башҡорт халҡын иҫәпкә алыуҙы үткәреү, милли [[валюта]] һәм милек фондын булдырыу, дөйөм түләүһеҙ урта белем биреү, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың тиң хоҡуҡлығы хаҡында. Яңы съезды [[Өфө]]лә үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителә<ref name="Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары">{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/2618-b-t-bash-ort-oroltaj-ary|Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары|автор=[[Ҡасимов Салауат Фитрат улы|Ҡасимов С. Ф.]]}}</ref>.
 
1917 йылдың 25—29 авгусында [[Өфө]]лә [[Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары|II Бөтә башҡорт ҡоролтайы]] уҙғарыла. Унда 100-гә яҡын делегат ҡатнаша. Съезд Башҡорт мәркәз шураһының рәсми резиденцияһы итеп Ырымбурҙағы [[Каруанһарай]]ҙы билдәләй, Өфөлә (етәксеһе — [[Әхмәҙуллин Фәтхей Әхмәҙей улы|Ф. Ә. Әхмәҙуллин]]) һәм [[Силәбе]]лә (етәксеһе — [[Таһиров Нуриәғзәм Таһир улы|Н. Т. Таһиров]]) шураның секретариаттары ойошторола. Башҡорт мәркәз шураһының яңы составы — ағза булараҡ [[Манатов Шәриф Әхмәтйән улы|Ш. Ә. Манатов]] (рәйес), [[Әхмәтзәки Вәлиди Туған|Ә. Ә. Вәлидов]] (рәйес урынбаҫары), [[Бабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы|Ш. М. Бабичев]] (сәркәтип), [[Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы|Х. Ғ. Ғәбитов]], ''К. Кәрибов'', [[Хәсәнов Ғәлиәхмәт Вәлимөхәмәт улы|Ғ. В. Хәсәнов]], [[МирасовМерәҫов Сәғит Ғөбәйҙулла улы|С. Ғ. МирасовМерәҫов]], [[Таһиров Нуриәғзәм Таһир улы|Н. Т. Таһиров]], ''Ә. Ғүмәров'', [[Смаҡов Муса Ғәтиәтулла улы|М. Ғ. Смаҡов]], ''Ф. Дәүләтшин'', [[Атнағолов Сәләхетдин Саҙрый улы|С. С. Атнағолов]] һәм ағзалыҡҡа кандидат булараҡ [[Бикбов Юныс Юлбарыҫ улы|Ю. Ю. Бикбов]], ''Ғ. Ғирфанов'', ''Ш. Биккузин'', ''А. Әлимғолов'' һайланған{{sfn|А. А. Валидов — организатор автономии Башкортостана.|2010|с=54}}.
 
Ҡоролтай барышында артабанғы резолюциялар ҡабул ителә: милли берҙәмлек, башҡорттарҙы сәйәси, социаль һәм мәҙәни йәһәттән тергеҙеү; Башҡорт милли хәрәкәтенең милли-территориаль автономияға өлгәшеүгә йүнәлешен һаҡлап ҡалдырыу тураһында<ref>.Был резолюцияның ҡабул итеү сәбәбе булып [[Ҡорбанғәлиев Мөхәмәтғәбделхәй Ғәбиҙулла улы|М. Ғ. Ҡорбанғәлиев]] етәкселегендәге [[Силәбе өйәҙе]] делегацияһының милли-мәҙәни автономияны яҡлап сығыуы булып тора.</ref>, Ваҡытлы Рәсәй хөкүмәтен яҡлау<ref>(Был резолюцияның ҡабул итеү сәбәбе булып Рәсәй армияһының Юғары баш командующийы, инфантерия генералы ''Л. Г. Корнилов''тың диктатура урынлаштырырға ынтылышы булып тора.</ref>) һәм башҡалар тураһында<ref name="Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары"/>. ''Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы''на депутатлыҡҡа [[Өфө губернаһы|Өфө]], [[Пермь губернаһы|Пермь]], [[Һамар губернаһы|Һамар]] һәм [[Ырымбур губернаһы|Ырымбур]] губерналары башҡорттарынан кандидаттар исемлеген раҫлау. 1917 йылдың көҙөндә «Федералист-башҡорттар» исемлегенән ''Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы''на депутат итеп [[Манатов Шәриф Әхмәтйән улы|Ш. Ә. Манатов]], [[Әхмәтзәки Вәлиди Туған|Ә. Ә. Вәлидов]], [[Фәхретдинов Ғабдрахман Ризаитдин улы|Ғ. Ф. Фәхретдинов]] һәм [[Ҡыуатов Ғүмәр Ғәлим улы|Ғ. М. Ҡыуатов]] һайлана<ref>{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/2624-b-t-r-s-j-ojoshtorou-jyjylyshy|Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы|автор=Мордвинцев Г. В.}}</ref>.