Башҡорт мәркәз шураһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Башҡорт мәркәз шураһы''' (Башҡорт өлкә советы), 1917 йылдың 20-се июлендә I Бөтә…" исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Башҡорт мәркәз шураһы''' (Башҡорт өлкә советы), [[1917 йыл]]дың 20-се июлендә [[Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары|I Бөтә башҡорт ҡоролтайындаҡоролтайы]]нда [[Башҡорт милли хәрәкәте | Башҡорт милли хәрәкәте]]нә етәкселек итеү өсөн булдырыла. Башта — [[Ырымбур |Ырымбур]]ҙа, 1918 йылдың июнь-авгусында — [[Силәбе |Силәбе]]лә, декабрҙән алып [[Орск өйәҙе]] сиктәрендә бер нисә урынды алмаштырып эшләргә тура килә.
 
Башҡорт мәркәз шураһы [[Өфө губернаһы|Өфө губерна]] секретариаты һәм улус шуралары (советтары) эшмәкәрлеген координациялай. 2-се һәм 3-сө Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарын саҡырыуҙы, башҡорттарҙан Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына депутатлыҡҡа кандидаттар һайлау алды кампанияһын ойоштора. 1917 йылдың 15 ноябрендә Башҡортостандың милли-терроториаль автономияһын иғлан итә (1-се һанлы һәм 2-се һанлы фармандар).
 
Мәркәз шураһына 7 кеше (башҡорттар йәшәгән һәр өйәҙҙән берешәр кеше) һайлана: [[Манатов Шәриф Әхмәтйән улы|Ш. А. Манатов]], [[C. Ғ. Мирасов |Сәғит Ғөбәйҙулла улы|С. Ғ. Мирасов]], [[Ғ. Мутин]], [[Мутин Илдархан Ибраһим улы|И. И. Мутин]], [[Ҡыуатов Усман Мөхәмәтғәлим улы|У. М. Ҡыуатов]], [[Йомағолов Харис Йомағол улы|Х. Ю. Йомағолов]] һәм [[Әхмәтзәки Вәлиди Туған | Ә.-З. Вәлиди]], уларҙың ярҙамсылары — Ж[[Әмиров Йыһангәрәй Ғилман улы|Й. Ғ. Әмиров]], [[Сәлихов Яхъя Шәрәф улы|Я. Ш. Сәлихов]] һәм [[Таһиров Нуриәғзәм Таһир улы|Н. Т. Таһиров]]. Урындағы шураларға 3-5 кеше һайлана.
 
Башҡорт мәркәз шураһында ай һайын кәңәшмәләр үткәрелеүе ҡаралған була. |
 
''Мәркәз составындағы бүлектәр:''
 
* Хәрби (мөдире [[Мутин Илдархан Ибраһим улы|И. И, Мутин]]);
*
* Иҡтисади (мөдире Ж[[Әмиров Йыһангәрәй Ғилман улы|Й. Ғ. Әмиров]]);
*
* Мәғариф (мөдире [[Смаҡов Муса Ғәтиәтулла улы|М. Ғ. Смаҡов]]);
*
* Статистика (мөдире [[Хәсәнов Ғәлиәхмәт Вәлимөхәмәт улы|Ғ. В. Хәсәнов]]);
*
* Ер һәм урман (мөдире [[Айытбаев Ғәлиәхмәт Ямалетдин улы| Ғ. Айытбаев]]);
*
* Финанс (мөдире [[Дәүләтшин Фәррәх Дәүләтша улы|Ф. Дәүләтшин]]).
 
[[1918 йыл]]дың 17 февралендә Ырымбур губерна хәрби-революцион комитеты рәйесе бойороғо буйынса Башҡорт мәркәз шураһы ағзаларының бер өлөшө һәм [[Башҡорт хөкүмәте|Башҡорт хөкүмәте]]нең бүлек мөдирҙәре ҡулға алына. Апрель башында Ырымбурҙы башҡорт ғәскәрҙәре һәм казак отрядтары баҫып алған ваҡытта улар төрмәнән азат ителә. Артабан Башҡорт мәркәз шураһы үҙенең эшен дауам итә, Башҡорт хөкүмәте үткәргән сараларҙа ярҙам итә, большевиктарға ҡаршы пропаганда алып бара һәм Башҡорт милли хәрәкәте ихтыяждары өсөн аҡса йыя, шул уҡ ваҡытта башҡа милләттәрҙең хәрәкәттәре менән тығыҙ бәйләнештәр булдыра. Мәҫәлән, 1-се Бөтә башҡорт ҡоролтайынан һуң [[Әзербайжан]] һәм [[Украина]] менән мөнәсәбәттәр булдыра, Ҡазан татарҙары менән дә «суверенлы Башҡортостанды ойоштороуҙа аяҡ салмау» тураһында һөйләшеүҙәр алып баралар.
31 юл:
''Башҡорт мәркәз шураһы рәйестәре:''
 
* [[Манатов Шәриф Әхмәтйән улы|Ш. Ә. Манатов]] (1917 йылдың июль — декабре):
*
* [[Атнағолов Сәләхетдин Саҙрый улы|С. С. Атнағолов]] (1917 йылдың декабре — 1918 йылдың июне);
*
* [[Бабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы|Ш. М. Бабич]] (1917 йылдың декабре — 1918 йылдың июне вазифа башҡарыусы);
*
* [[Мирасов Сәғит Ғөбәйҙулла улы|С. Ғ. Мирасов]] (1917 йылдың июне — 1919 йылдың марты).
*
Әҙәбиәт:
 
* http://www.xn--80ab4e.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/component/content/article/8-statya/1885-bash-ort-m-rk-z-shura-y
 
== Сығанаҡтар ==
* http://www.xn--80ab4eбаш.xnбашкирская----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbmэнциклопедия.xn--p1aiрф/index.php/component/content/article/8-statya/1885-bash-ort-m-rk-z-shura-y
* Военная история башкир. Энциклопедия. Уфа, «Башкирская энциклопедия», 2013 г., стр. 80