Башҡорт ғәскәре (1917—1919): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
55 юл:
[[Башҡорт Хөкүмәте]] илдең көнсығышында большевиктарға ҡаршы үҙәктәр — Ваҡытлыса Себер хөкүмәте, Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты (Комуч), Ырымбур казактар ғәскәре һәм башҡалар менән бәйләнештәр булдыра. [[1918]] йылдың 15—17 майында Кустанайҙа башҡорт һәм ҡаҙаҡ милли хәрәкәттәре вәкилдәренең кәңәшмәһе булып үтә. Кәңәшмәлә берҙәмлектә контрреволюцион көрәште ойоштороу тураһында фекер алышыу була.
1918 йылдың йәйендә Башҡортостан Хөкүмәте ашығыс рәүештә башҡорт армияһына дөйөм мобилизация иғлан итә. Мобилизацияның һәм уның структураһының формалаштырыуын тиҙләтеү маҡсатында Башҡорт Үҙәк Шуроһы янында 1918 йылдың 8 июнендә ғәскәрҙең штабы — [[Башҡорт хәрби шураһы|Башҡорт хәрби советы]], шулай уҡ кантон хәрби начальниктарының идаралығы булдырыла.
 
1918 йылдың 11 октябрендә Башҡортостан Хөкүмәте Башҡорт ғәскәри идаралығы тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуя. Идаралыҡ [[Башҡорт ғәскәренеңғәскәре (1917—1919)|Башҡорт ғәскәре]]нең ойоштороуы һәм ҡоролошо менән шөғөлләнә. Шулай уҡ уның ҡарамағына офицер составы һәм финанс ресурстары бирелә. Идаралыҡ административ хөкөм, мобилизация һәм хужалыҡ бүлектәренән тора. [[Башҡорт айырым корпусы]]ның штабы иғлан ителә, ә Башҡорт хәрби советы кәңәшмә органы булараҡ республика хөкүмәте янында ҡалдырыла<ref>[http://guides.rusarchives.ru/browse/gbfond.html?bid=122&fund_id=438668 Войсковое хакимлығы Хөкүмәте Башҡурдистан]</ref>.
 
Башҡорт хәрби советының рәйесе һәм Ғәскәри идаралыҡтың начальнигы, Башҡортостан Хөкүмәтенең ағзаһы, хәрби бүлектең мөдире була.
65 юл:
[[Бикбов Юныс Юлбарыҫ улы|Ю. Ю. Бикбов]] рәйеслеге аҫтындағы [[Кесе Ҡоролтай]] Себер хөкүмәте менән килешеү төҙөй.
Башҡорт Корпусы хәрби — оператив яҡтан Аҡ армияның берҙәм командованиеһына буйһонған хәлдә була. Башҡорт ғәскәренең иҫәбе аҙаҡҡы 5 ай эсендә 10 меңгә барып етә һәм артабан, алыштарҙағы юғалтыуҙарға ҡарамаҫтан, һаман арта бара.
[[Файл:Знамя 2-му Башкирскому полку от жителей Екатеринбурга.png|thumb|2-се башҡорт уҡсылар полкы [[Екатеринбург]] ҡалаһында йәшәүселәрҙән почетлы бүләк байрағын һәм полк байрағын ҡабул итә.]]
Бик күп мөһим саралар менән бер рәттән, хәрби символиканың булдырыуына айырым иғтибар бүленә. 1918 йылдың 13 июлендә Башҡорт хәрби советы башҡорт частары өсөн берҙәм форма кейеме эшләп сығарыу буйынса Комиссия тәғәйенләнеүе тураһында фарман сығара<nowiki>:</nowiki> <blockquote class="">«Башҡорт ғәскәре частарының формаһын уйлап сығарыу өсөн 2-се Башҡорт дивизияһының Штаб начальнигы подполковник Емельянов рәйеслеге аҫтында, ағзалары Башҡорт Хәрби советы өлкән адъютанты поручик Мухлио, Мобилизациямобилизация бүлеге мөдире, прапорщик Тереғолов һәм Хәрби Советы ағзаһы Мағазов составында комиссия ағымдағы йылдың 13 июль көнөнә билдәләнә».</blockquote>1918 йылдың октябрендә [[Башҡорт айырым корпусы|Башҡорт айырым корпус]] Башҡорт айырым уҡсылар дивизияһына үҙгәртеп ҡорола, ә 1919 йылдың ғинуарында — [[Башҡорт корпусы]]на.
 
[[Колчак Александр Васильевич|А. В. Колчак]] Рәсәйҙең Юғары Хакимы булып алғас, милли автономияларҙың ниндәй булһа ла сағылыштарына тиклем таныуҙан баш тарта. Был шарттарҙа Башҡорт Хөкүмәте Совет власы вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр башлай һәм 1919 йылдың февраль айында Башҡорт Ғәскәренең һәм Башҡортостандың[[Башҡортостан|Башҡортостан]]дың Совет власы яғына күсеүе хаҡында уның ҡарары сыға. Бынан һуң башҡорт частарының һәм [[Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияныңармияһы (РККА)|Ҡыҙыл Армия]]ның аҡтарға ҡаршы берҙәмлектәге хәрби ғәмәлдәре башлана.
 
1919 йылдың 21 февралендә [[Темәс]] ауылында[[Бөтә Башҡорт хәрби съезы| I Бөтә Башҡорт хәрби съезы]] уҙа. Унда ҡатнашҡан [[Башҡорт Хөкүмәте]] ағзалары һәм башҡорт полтарынан эскадрон һәм роталар дөйөм йыйылыштарында һайланған 92 делегат ҡатнаша. Үҙенең сығышында [[Ҡарамышев Гәрәй Батыргәрәй улы|Гәрәй Ҡарамышев]] түбәндәгеләрҙе әйтә<ref><span class="citation">''В. Г. Азнагулов, Хәмитова З. Г.''&#x20;[http://www.gsrb.ru/ru/about_parliament/history/parlament_tom_1-1.pdf Башҡортостанда Парламентаризм: тарих һәм хәҙерге заман].&#x20;— Өфө: ГРИ «Башҡортостан», 2005.&#x20;— 304&#x20;с.</span></ref>:<blockquote class="">«Башҡорттар күп мәртәбә ҡулдарына ҡорал тотоп үҙ азатлығы өсөн көрәштеләр, һәм урыҫ тарихсылары башҡорттарҙың һәр ошондай сығышын „бола“ („бунт“) тип исемләүендә уларҙың ғәйебе юҡ. Үҙбилдәләнеше өсөн ошо аҙаҡҡы ынтылыштары иҫәп буйынса 88-се „бола“ булып тора».</blockquote>I Бөтә Башҡорт хәрби съезы Башҡорт ғәскәренең һәм бөтә Башҡортостандың Совет власы яғына күсеүен рәсми рәүештә нығыта. Уның һөҙөмтәләре буйынса республиканың беренсе совет хөкүмәте — [[Башҡортостандың Хәрби - революцион комитеты|Башҡорт революцион Комитеты —]] булдырыла.