Башҡорт ғәскәре (1917—1919): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
YANBEK (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
68 юл:
Бик күп мөһим саралар менән бер рәттән, хәрби символиканың булдырыуына айырым иғтибар бүленә. 1918 йылдың 13 июлендә Башҡорт хәрби советы башҡорт частары өсөн берҙәм форма кейеме эшләп сығарыу буйынса Комиссия тәғәйенләнеүе тураһында фарман сығара<nowiki>:</nowiki> <blockquote class="">«Башҡорт ғәскәре частарының формаһын уйлап сығарыу өсөн 2-се Башҡорт дивизияһының Штаб начальнигы подполковник Емельянов рәйеслеге аҫтында, ағзалары Башҡорт Хәрби советы өлкән адъютанты поручик Мухлио, Мобилизация бүлеге мөдире, прапорщик Тереғолов һәм Хәрби Советы ағзаһы Мағазов составында комиссия ағымдағы йылдың 13 июль көнөнә билдәләнә».</blockquote>1918 йылдың октябрендә [[Башҡорт айырым корпусы|Башҡорт айырым корпус]] Башҡорт айырым уҡсылар дивизияһына үҙгәртеп ҡорола, ә 1919 йылдың ғинуарында — [[Башҡорт корпусы]]на.
 
[[А. В. Колчак]] Рәсәйҙең Юғары Хакимы булып алғас, милли автономияларҙың ниндәй булһа ла сағылыштарына тиклем таныуҙан баш тарта. Был шарттарҙа Башҡорт Хөкүмәте Совет власы вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр башлай һәм 1919 йылдың февраль айында Башҡорт Ғәскәренең һәм Башҡортостандың Совет власы яғына күсеүе хаҡында уның ҡарары сыға. Бынан һуң башҡорт частарының һәм Ҡыҙыл Армияның аҡтарға ҡаршы берҙәмлектәге хәрби ғәмәлдәре башлана.
 
1919 йылдың 21 февралендә [[Темәс]] ауылында[[Бөтә Башҡорт хәрби съезы| I Бөтә Башҡорт хәрби съезы]] уҙа. Унда ҡатнашҡан [[Башҡорт Хөкүмәте]] ағзалары һәм башҡорт полтарынан эскадрон һәм роталар дөйөм йыйылыштарында һайланған 92 делегат ҡатнаша. Үҙенең сығышында [[Ҡарамышев Гәрәй Батыргәрәй улы|Гәрәй Ҡарамышев]] түбәндәгеләрҙе әйтә<ref><span class="citation">''В. Г. Азнагулов, Хәмитова З. Г.''&#x20;[http://www.gsrb.ru/ru/about_parliament/history/parlament_tom_1-1.pdf Башҡортостанда Парламентаризм: тарих һәм хәҙерге заман].&#x20;— Өфө: ГРИ «Башҡортостан», 2005.&#x20;— 304&#x20;с.</span></ref>:<blockquote class="">«Башҡорттар күп мәртәбә ҡулдарына ҡорал тотоп үҙ азатлығы өсөн көрәштеләр, һәм урыҫ тарихсылары башҡорттарҙың һәр ошондай сығышын „бола“ („бунт“) тип исемләүендә уларҙың ғәйебе юҡ. Үҙбилдәләнеше өсөн ошо аҙаҡҡы ынтылыштары иҫәп буйынса 88-се „бола“ булып тора».</blockquote>I Бөтә Башҡорт хәрби съезы Башҡорт ғәскәренең һәм бөтә Башҡортостандың Совет власы яғына күсеүен рәсми рәүештә нығыта. Уның һөҙөмтәләре буйынса республиканың беренсе совет хөкүмәте — [[Башҡортостандың Хәрби - революцион комитеты|Башҡорт революцион Комитеты —]] булдырыла.