Өфө директорияһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
71 юл:
 
== 1918 йылдың ноябрь ваҡиғаларына тиклемге эшмәкәрлеге ==
[[1918 йыл|1918 йылдың]] [[9 октябрь|9 октябрендә]] Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте һөжүм иткән совет ғәскәрҙәре ҡаланы баҫып алыу хәүефе арҡаһында Өфөнө ҡалдырып китә һәм Омскиға күсенә..
 
[[13 октябрь|13 октябрҙә]] Омскиға Ҡара диңгеҙ флотының элекке командующийы вице-адмирал [[А. В. Колчак]] килә, һуңғараҡ ул Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте составына инә.
 
[[4 ноябрь|4 ноябрҙә]] Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте барлыҡ өлкә хөкүмәттәренә береһен дә ҡалдырмай Өлкә хөкүмәттәрен һәм Өлкә Вәкәләтле Учреждениеларын ашығыс рәүештә тарҡатыу талабы менән һәм идаралыҡ буйынса бөтә вәкәләттәрҙе Бөтә Рәсәй хөкүмәтенә тапшырыу тураһында мөрәжәғәт итә. Шул уҡ көндә Ваҡытлы Себер хөкүүмәте министрлыҡтары һәм үҙәк идаралыҡтары базаһында Директорияның башҡарма органы булдырыла — П. В. Вологодский етәкселегендәге Бөтә Рәсәй министрҙар Советы. Бындай дәүләт хакимиәтенең үҙәкләштереүе, иң беренсе нәүбәттә, көрәш йылдарында Бөйөк һәм Берҙәм Рәсәйҙең яңырыуы өсөн ватандың һуғышсан ҡеүәтен тергеҙеү һәм бөтә Рәсәй масштабында тылды ойоштороу һәм армияны тәьмин итеү өсөн шарттар булдырыу кәрәклеге сәбәпсе була.