Китап (нәшриәт): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
14 юл:
Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең ойошторолоу тарихы [[КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты|РКП(б)-ның]] [[1919]] йылдың 8—11 ноябрендә [[Стәрлетамаҡ]]та уҙғарылған 1-се Бөтә Башҡортостан конференцияһынан башлана. Был конференция үтеү менән Стәрлетамаҡта [[Башҡорт АССР-ы]]ның Башҡортостан дәүләт нәшриәте тигән гәзит-журнал һәм китап нәшриәте барлыҡҡа килә. Ошо йылдарҙа тәү башлап [[башҡорт теле]]ндә [[Шәйехзада Бабич]], [[Дауыт Юлтый]] һәм башҡаларҙың китаптары донъя күрә.
 
[[1920 йыллйыл]]дың 27 авгусында [[Өфө губернаһы|Өфө губерна]] башҡарма комитетының ҡарары менән [[Өфө]]лә китап баҫтырыу эшен йәйелдерергә ҡарар ителә. Шулай итеп, [[1922]] йылдың октябрендә баш ҡалала «Башкнига» тигән уртаҡ сауҙа нәшриәте барлыҡҡа килә.
 
[[1924 йыл]]дың октябрендә партияның Башҡортостан өлкә комитеты марксизм-ленинизм классиктары әҫәрҙәрен башҡорт телендә баҫтырып сығарыу буйынса редакция-нәшриәт комиссияһы ойоштора. Уның рәйесе итеп [[Ҡасимов Ғәзим Ҡасим улы|Ғәзим Ҡасимов]], секретары итеп языусы [[Ғөбәй Дәүләтшин]] раҫлана. Комиссия ағзалары сафында шулай уҡ [[Ғабдулла Амантай]], [[Булат Ишемғол]], [[Имай Насыри]], [[Дауыт Юлтый]] һымаҡ әҙиптәр ҙә була.
 
[[1928]] йыддың 28 ноябрендә [[БашҡортостанБашҡорт ХалҡыАССР-ы Халыҡ комиссарҙары советы]] «Башкнига»ны «Башгиз» (Башҡортостан дәүләт нәшриәте) итеп үҙгәртә. [[1929 йыл]]дан нәшриәт китаптарҙы [[Яңалиф|яңалиф әлифбаһында]] баҫтыра башлай. Уға тиклем ғәрәп-төрөк алфавиты ғәмәлдә була.
 
Беренсе биш йыллыҡ осоронда (1928—1932 йылдар) Башҡортостан китап нәшриәте 918 китап һәм башҡа баҫма продукция сығара. Уларҙың дөйөм тиражы — 3 миллион 822 мең данаға етә. Икенсе биш йыллыҡта ([[1933]]—[[1938]] йылдар) нәшер ителгән 1406 баҫманың тиражы 8 миллион 350 мең дана тәшкил итә.