Китап (нәшриәт): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
18 юл:
* Халык Комиссарҙары Советы [[1928]] йыддың 28 ноябрендә «Башкнига»ны «Башгиз» (Башҡортостан дәүләт нәшриәте) итеп үҙгәртә.
* Беренсе биш йыллыҡ осоронда (1928—1932 йылдар) Башҡортостан китап нәшриәте 918 китап һәм башҡа баҫма продукция сығара. Уларҙың дөйөм тиражы — 3 миллион 822 мең данаға етә. Икенсе биш йыллыҡта ([[1933]]—[[1938]] йылдар) нәшер ителгән 1406 баҫманың тиражы 8 миллион 350 мең дана тәшкил итә.
* 1930-сы йылдарҙан 70-се йылдарға тиклем урыҫ совет языусылары һәм донъя классиктары әҫәрҙәре бик күпләп баҫтырылып сығарыла. Мәҫәлән: [[А. М. Горький]] — 39, [[А. С. Пушкин]] — 37, [[Лермонтов Михаил Юрьевич|М. Ю. Лермонтов]] — 17, [[В. В. Маяковский]] — 15, [[Гоголь Николай Васильевич|Н. В. Гоголь]] — 12, [[Чехов Антон Павлович|А. П. Чехов]] 11 тапҡыр донъя күргән. Уларҙы башҡорт теленә тәржемә итеүгә башҡорт яҙыусылары ифрат ҙур өлөш индерә.
* Башҡортостан китап нәшриәте [[1969]] йылда үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләй һәм ошо иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы РСФСР Юғары Советының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә.
* Башҡортостан китап нәшриәтенең йылдам үҫеше айырыуса 1970—1990 йылдарға тура килә. Мәҫәлән, 1990 йылда, нәшриәт 362 исемдәге 4 миллион 203 мең дана (41 миллион баҫма табаҡ) продукция нәшер итә.