Йылайыр кантоны: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Вики-Һаҡлағыстағы Атлас_Союза_Советских_Социалистических_Республик_1928_-_Р.С.Ф.С.Р._-_Авт._Башкирская_С.С.Р..jpg рәсеме Sealle ҡатнаш…
49 юл:
 
== Тарих ==
 
[[Файл:Атлас Союза Советских Социалистических Республик 1928 - Р.С.Ф.С.Р. - Авт. Башкирская С.С.Р..jpg|thumb|[[Башҡорт АССР-ы]] [[1928]] йылда]]
[[1922]] йылда 5 октябрҙә [[Бөрйән-Түңгәүер кантоны]]ның — 14, [[Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантоны]]ның — 16, [[Үҫәргән кантоны]]ның — 18 улусы нигеҙендә [[БАССР]] составында ойошторола. Административ үҙәге — [[Йылайыр|Преображенск Заводы ҡасабаһы]] (хәҙәрғе [[Йылайыр районы]] [[Йылайыр]] ауылы). Майҙаны — 33047 км². 1924 йылда 25 июнендә Иманғол улусы Ҡырғыҙ АССР‑ына бирелә. 1924 йылда 21 октябрҙә [[Орск өйәҙе]] Яңы Покровка улусының 19 ауылы Йылайыр кантоны составына инә. 1926 йылда 26 июлендә кантонға [[Ырымбур өйәҙе]] Спасский улусының Иҫәнғол ауылы ҡушыла; Бөрйән-Ҡыпсаҡ, Ҡыпсаҡ, Мораптал, Сәлих, Таналыҡ, Түңгәүер, Үҫәргән, Үтәғол һәм Хәйбулла улустарының бер өлөшө, Яңы Покровка улусының 19 ауылы [[Ырымбур губернаһы]] бирелә. Йылайыр кантоны территорияһында БашҮБК Президиумының 1923 йылда 10 февралда ҡарары буйынса — 17, Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1924 йылда 15 декабрҙә декреты менән 16 улус ойошторола. Башлыса ауыл хужалығы үҫешкән була. 1927 йылда һөрөнтө ерҙәр майҙаны (мең га) 141,8, шул иҫәптән бойҙай сәсеүлектәре — 78,5, һоло — 34,9, арпа — 6,5, тары — 4,7, арыш — 4,2, картуф — 4,2, киндер — 1,2, етен — 0,8, ҡарабойҙай — 0,7 тәшкил итә; һыйыр малы — 203387, йылҡы — 101107, һарыҡ — 263804, кәзә — 27600, сусҡа 10144 баш иҫәпләнә. Баймаҡ, Ҡананикольск, Преображенск алтын һәм баҡыр фабрикалары, 2 Түбә бегун фабрикаһы, 3 рудник эшләй. 52 баҙар була (1927). 1‑се баҫҡыслы 179 мәктәп иҫәпләнә, шуның 85‑ендә уҡытыу — башҡорт, 3‑өһөндә — мордва, 74‑ендә — урыҫ, 14‑ендә — татар, 3‑өһөндә — сыуаш телендә алып барыла; 6 дауахана, 7 амбулатория, 16 фельдшер пункты, 9 китапхана эшләй ([[1925]]). [[1930]] йылда [[20 август]]а кантон бөтөрөлә, уның территорияһы [[Баймаҡ (ҡала)|Баймаҡ]] (Ҡананикольск, Таналыҡ, Темәс, Һабыр улустарының бер өлөшө), [[Бөрйән]] (Бөрйән улусының бер өлөшө), [[Ейәнсура]] (Сәлих, [[Үҫәргән улус]]тары, Бөрйән-Ҡыпсаҡ, [[Йылайыр]], Һабыр улустарының бер өлөшө), [[Йылайыр]] ([[Йылайыр]], [[Ҡананикольск]], Һабыр улустарының бер өлөшө), [[Мораҡ]] (Ҡыпсаҡ улусы, Бөрйән-Ҡыпсаҡ, Бөрйән, Ҡананикольск улустарының бер өлөшө), [[Мәләүез (ҡала)|Мәләүез]] (Мораптал улусы), [[Хәйбулла (Белорет районы)|Хәйбулла]] (Хәйбулла улусы, [[Йылайыр]], [[Таналыҡ]], [[Һабыр (Йылайыр районы)|Һабыр]] улустарының бер өлөшө), [[Әбйәлил (Әбйәлил районы)|Әбйәлил]] ([[Темәс]] улусының бер өлөшө) административ райондары составына инә.