Бөрө кантоны: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Вики-Һаҡлағыстағы Атлас_Союза_Советских_Социалистических_Республик_1928_-_Р.С.Ф.С.Р._-_Авт._Башкирская_С.С.Р..jpg рәсеме Sealle ҡатнаш…
49 юл:
 
== Тарих ==
 
[[File:Атлас Союза Советских Социалистических Республик 1928 - Р.С.Ф.С.Р. - Авт. Башкирская С.С.Р..jpg|thumb|[[Башҡорт АССР-ы]] [[1928]] йылда]]
[[1922]] йылда 18 июлендә [[БАССР]] составында [[Бөрө өйәҙе]]нең 43 улусынан ойошторола. Административ үҙәге — [[Бөрө]] ҡалаһы. Майҙаны — 24328 км² (1922). БашҮБК Президиумының 1923 йылда 10 февралда ҡарары менән Бөрө кантоны территорияһында 17 улус, Бөтә Рәсәй ҮБК-ның [[1924]] йылда 15 декабрҙә декреты менән 25 улус, Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1926 йылда 14 июнендәге декреты менән 20 улус (һуңыраҡ Ҡалмыҡ улусы Нуриман, Ҡайынлыҡ улусы Яңы Ҡайынлыҡ тип үҙгәртелә) ойошторола. Башлыса ауыл хужалығы үҫешкән була. 1927 йылда һөрөнтө ер майҙаны (мең га) 539,9 тәшкил итә, шул иҫәптән арыш сәсеүлеге — 245, һоло — 159,6, ҡарабойҙай — 46,6, бойҙай — 19,8, тары — 16,2, картуф — 8,9, етен — 3,6, киндер — 3,2; һыйыр малы һаны — 250419 баш, йылҡы — 139409, һарыҡ — 512813, кәзә — 14763, сусҡа — 35994. 5 урман һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте заводы, 3 шарап ҡыуыу заводы, 2 күн заводы, спирт-араҡы, кирбес һуғыу һәм быяла заводтары эшләй. 90 баҙар була ([[1927]]). 1‑се баҫҡыс 425 мәктәп ([[1926]]; шуларҙан [[башҡорт теле]]ндә уҡытыу 136, мари — 58, сыуаш — 1, татар — 101, удмурт — 20, [[урыҫ теле]]ндә — 109 мәктәптә алып барыла); 16 дауахана һәм 18 амбулатория (1930); 75 уҡыу өйө ([[1928]]) иҫәпләнә. Кантон [[1930]] йылда [[20 август]]а бөтөрөлә, уның территорияһы [[Асҡын (Асҡын районы)|Асҡын]] (өлөшләтә [[Асҡын (Асҡын районы)|Асҡын]], [[Байҡыбаш (Ҡариҙел районы)|Байҡыбаш]], [[Балыҡсы]], [[Тәтешле]] улустары), [[Байҡы (Ҡариҙел районы)|Байҡы]] ([[Байҡы (Ҡариҙел районы)|Байҡы]], өлөшләтә [[Балыҡсы]]), [[Баҡалы (Борай районы)|Баҡалы]] (өлөшләтә [[Исмаил (Дүртөйлө районы)|Исмаил]]), [[Бөрө]] (өлөшләтә [[Мәскәү (Дүртөйлө районы)|Мәскәү]], [[Пономарёвка]], [[Сурай]]), [[Борай]] (өлөшләтә [[Борай]], [[Киҙгәнбаш]], [[Красный Холм (Ҡалтасы районы)|Красный Холм]], [[Ҡыҙылъяр]], [[Яңы Ҡайынлыҡ]], [[Нуриман]]), [[Дүртөйлө]] (өлөшләтә [[Исмаил (Дүртөйлө районы)|Исмаил]], [[Мәскәү (Дүртөйлө районы)|Мәскәү]], [[Нуриман]], [[Әсән]]), [[Ҡалтасы]] (өлөшләтә [[Борай]], [[Калегин]], [[Красный Холм (Ҡалтасы районы)|Красный Холм]], [[Яңы Ҡайынлыҡ]]), [[Мишкә (Мишкә районы)|Мишкә]] ([[Мишкә (Мишкә районы)|Мишкә]], өлөшләтә [[Байҡыбаш (Ҡариҙел районы)|Байҡыбаш]], [[Киҙгәнбаш]], [[Сурай (Мишкә районы)|Сурай]]), [[Николо-Берёзовка]] ([[Яңы Ҡабан]], өлөшләтә [[Калегин]], [[Яңы Ҡайынлыҡ]]), [[Иҫке Балтас (Дүртөйлө районы)|Иҫке Балтас]] ([[Иҫке Балтас (Дүртөйлө районы)|Иҫке Балтас]], өлөшләтә [[Асҡын (Асҡын районы)|Асҡын]], [[Байҡыбаш (Ҡариҙел районы)|Байҡыбаш]], [[Киҙгәнбаш]], [[Тәтешле]]), [[Топорнин]] (өлөшләтә [[Мәскәү (Дүртөйлө районы)|Мәскәү]], [[Пономарёвка]]), [[Саҡмағош]] (өлөшләтә [[Исмаил (Дүртөйлө районы)|Исмаил]], [[Мәскәү (Дүртөйлө районы)|Мәскәү]], [[Әсән]]), [[Яңауыл (Асҡын районы)|Яңауыл]] (өлөшләтә [[Ҡыҙылъяр]], [[Тәтешле]], [[Яңауыл (Асҡын районы)|Яңауыл]] улустары) административ райондары составына инә.