Өфө кантоны: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Вики-Һаҡлағыстағы Атлас_Союза_Советских_Социалистических_Республик_1928_-_Р.С.Ф.С.Р._-_Авт._Башкирская_С.С.Р..jpg рәсеме Sealle ҡатнаш…
49 юл:
 
== Тарих ==
 
[[File:Атлас Союза Советских Социалистических Республик 1928 - Р.С.Ф.С.Р. - Авт. Башкирская С.С.Р..jpg|thumb|[[Башҡорт АССР-ы]] [[1928]] йылда]]
[[1922]] йылдың 5 октябрендә [[БАССР]] составында ойошторола. Кантонға [[Өфө өйәҙе]]нең — 37, [[Көҙәй кантоны]]ның — 2, [[Табын кантоны]]ның 2 улусы инә. Административ үҙәге — [[Өфө]] ҡалаһы. Майҙаны — 16931,1 км² (1928). 1922 йылда Өфө кантоны [[Стәрлетамаҡ кантоны]]ның Кәлсер‑Табын, Меркетле улустарынан 11 ауыл, [[1924]] йылда — Дыуан‑Табын, Ҡырмыҫҡалы, Тирәкле улустары ҡушыла. БашҮБК Президиумының 1923 йылда 13 апрелҙә ҡарары менән Өфө кантоны территорияһында 17 улус ойошторола. Башлыса ауыл хужалығы үҫешкән була. [[1927]] йылда һөрөнтө ер майҙаны (мең га) — 402,2, шул иҫәптән арыш сәсеүлеге 156,4, һоло — 87, бойҙай — 44,9, ҡарабойҙай — 31,9, тары — 29,2, картуф — 19,2, етен — 2,7, киндер — 1,9, арпа — 0,9; һыйыр малы һаны — 189433 баш, йылҡы — 122720, һарыҡ — 434544, кәзә — 11420, сусҡа – 62190. Благовещен ауыл хужалығы машиналары заводы, Өфө һыра ҡайнатыу заводы, 1‑се Өфө суйын ҡойоу заводы һәм башҡалар предприятиелар эшләй. 47 баҙар эшләй. 1‑се баҫҡыс 488 мәктәп була ([[1926]]; шуларҙың 60‑ында уҡытыу башҡорт, 4‑һендә — латыш, 4‑һендә — мари, 3‑һөндә — мордва, 4‑һендә — немец, 1‑һендә — сыуаш, 150‑һендә — татар, 1‑һендә — удмурт, 255‑ендә урыҫ телендә алып барыла). [[1930]] йылда [[20 август]]а кантон бөтөрөлә, уның территорияһы [[Архангел (Архангел районы)|Архангел]] ([[Архангел (Архангел районы)|Архангел]], [[Иглин (Иглин районы)|Иглин]], [[Ҡырмыҫҡалы (Ҡырмыҫҡалы районы)|Ҡырмыҫҡалы]], Оло‑Теләк улустарының бер өлөшө), [[Благовещен]] ([[Благовещен]], Бүләкәй‑Көҙәй, Надеждин, Степановка, Удельно‑Дыуанай улустарының бер өлөшө), [[Бөрө]] (Удельно‑Дыуанай улусының бер өлөшө), Бүздәк (Новосёловка улусының бер өлөшө), Иҫке Күл (Бүләкәй‑Көҙәй, Иглин, Надеждин, Оло‑Теләк улустарының бер өлөшө), [[Ҡырмыҫҡалы (Ҡырмыҫҡалы районы)|Ҡырмыҫҡалы]] ([[Булгаков (Өфө районы)|Булгаков]], [[Ҡырмыҫҡалы (Ҡырмыҫҡалы районы)|Ҡырмыҫҡалы]] улустарының бер өлөшө), Мишкә (Надеждин һәм Удельно‑Дыуанай улустарының бер өлөшө), [[Өфө]] (Петровка, Булгаков, Дмитриевка, [[Иглин (Иглин районы)|Иглин]], Ҡырмыҫҡалы, Степановка, Оло‑Теләк улустарының бер өлөшө), [[Саҡмағош]] (Топорнин улусының бер өлөшө), Топорнин (Дмитриевка, Новосёловка, Топорнин, Шәрип улустарының бер өлөшө), [[Шишмә]] (Абрай, [[Шишмә]], [[Булгаков (Өфө районы)|Булгаков]], Дмитриевка, Новосёловка улустарының бер өлөшө), [[Яңы Ҡарамалы (Ауырғазы районы)|Яңы Ҡарамалы]] (Ҡырмыҫҡалы улусының бер өлөшө)административ райондары составына инә.
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Өфө_кантоны» битенән алынған