Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
234 юл:
 
Башта Ҡыҙыл Армия офицерлыҡты күренеш булараҡ кире ҡаға, сөнки уны «батшалыҡтың ҡалдығы» тип һанай. «Офицер» һүҙе «командир» һүҙе менән алыштырыла. Погондар, хәрби званиелар юҡҡа сығарыла, улар урынына вазифаның исемдәре ҡуллана, мәҫәлән, «комдив» (дивизия командиры), йәки «комкор» (корпус командиры). 1924 йылдың 30 июнендә СССР РВС-ы РККА-ның 989 һанлы приказына ярашлы бөтә командирҙар составына «Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы командиры» исеме бирелә. Шулай уҡ «хеҙмәт категориялары» индерелә, К-1 (иң түбән) категориянан К-14 (юғары) категорияһына тиклем, улар командирҙарҙың тәжрибәһенә һәм квалификацияһына ҡарап бирелә. Вазифаһы билдәле булмаған командирға мөрәжәғәт иткән саҡта, вазифаға тәғәйенле категорияны әйтергә кәрәк булған, мәҫәлән, К — 9 өсөн «иптәш комполка». Айырыу билдәләре өсөн өсмөйөштәр ҡуллана (кесе комсостав өсөн К 1 һәм 2), квадраттар (урта комсоставы өсөн К — 3-6), тура дүртмөйөштәр (өлкән комсостав өсөн К 7 һәм 8) һәм ромбтар (юғары комсостав өсөн К — 10 һәм унан ашыу).Ғәскәрҙәр төрҙәре петлицалар төҫө менән айырылған.
 
1940 йылдың 7 майында «генерал», «адмирал» персональ званиелары индерелә (комдив, командарм урынына). 1940 йылдың 2 ноябрендә кесе командирҙар составы өсөн вазифа рангтары бөтөрөлә һәм подполковник званиеһы индерелә.
1942 йылдың башында техник һәм тыл службаларының званиелары ғәҙәттәге званиелар менән тиңләшә(«инженер-майор», «инженер-полковник» һ. б.). 1942 йылдың 9 октябрендә сәйәси комиссарҙарҙың системаһы бөтөрөлә.
 
1943 йылдың башында рәсми лексиконға «офицер» һүҙе погондары һәм айырыу билдәләре менән ҡайтарыла. Хәрби званиелар системаһы һәм айырыу билдәләре СССР-ҙың тарҡалыуына тиклем ғәмәлдә була. Хәҙерге Рәсәйҙә ошо уҡ система файҙалана.
=== Командирҙар составы ===
РККА командирҙарының байтаҡ өлөшө 1930-сы йылдарҙың башында офицер дәрәжәһен батша һәм аҡ армияла алған кешеләр. Совет хәрби учреждениеларында әҙерләүҙе үткән командирҙарҙы элекке армияның офицерҙарына алмаштырыу бик оҙаҡҡа һуҙыла. Я. Б, Гамарниктың докладной яҙыуына ярашлы (1931 йыл, май айы): командирҙар составында элекке офицерҙарҙың һаны 5195 кеше, шул иҫәптән ҡоро ер ғәскәрҙәрендә юғары командирҙар составында 770 кеше (67,6 %), Диңгеҙ көстәрендә- 51 кеше (53,4 %), Хәрби-һауа көстәрендә — 133 кеше (31, 1 %) тәшкил итә.
 
=== 1937—1938 йылдарҙағы репрессиялар ===
1937—1938 йылдарҙағы "ышанысһыҙ элементтарҙан" "Ҡыҙыл армияһының кадрҙарын таҙартыу" башлыса юғары чиндар араһында була. Таҙартыу Ҡыҙыл армияһын көсһөҙләндереүе - көсһөҙләндермәүе һаман да бәхәстәр тыуҙыра, сөнки таҙартыуҙың иң төп нөктәһендә РККА-ның һаны арта ғына: 1937 йылда Ҡыҙыл армияһы 1, 5 млн кеше тәшкил итә, ә Бөйөк Ватан һуғышы башында был һан өс тапҡырға ҙурыраҡ була. Репрессияға эләккән офицерҙарҙың бер өлөшө нацистик Германия һуғыш башлағандан һуң кире ҡайтарыла. Шул уҡ ваҡытта Ҡыҙыл армияһының "таҙартыуы" Гитлерға ышаныс өҫтәй. Яңы асылған мәғлүмәттәр буйынса 1937 йылда Ҡыҙыл Армияһында 114 300 офицер була, уларҙың 11 034 репрессияға дусар була һәм 1940 йылға тиклем аҡланмай. Әммә 1938 йылда Ҡыҙыл Армияһында 179 мең офицер иҫәпләнә һәм был һан 1937 йыл менән сағыштырғанда 56 % күберәк, уларҙың 6 742 репрессияланған һәм 1940 йылға тиклем аҡланмаған.
== Ҡорал һәм хәрби техникаһы ==
 
Ҡыҙыл Армияһының үҫеше донъялағы хәрби техниканың дөйөм тенденцияларын сағылдыра. Уларҙың иҫәбенә танк ғәскәрҙәренең һәм хәрби - һауа көстәренең формалашыуы, пехотаның механизацияланыуы һәм уның '''''мото''''' уҡсылар ғәскәрҙәренә әүерелеүе, кавалерияның тарҡалыуы, ядер ҡораланың барлыҡҡа килеүе.
 
=== Кавалерия роле ===
''Шулай уҡ ҡарағыҙ:''' [[112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы]], [[Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы]], [[Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы]]'''''
 
[[Беренсе донъя һуғышы]] алдағы һуғыштарҙан үҙенең масштабы һәм характеры менән айырылып тора. Өҙлөкһөҙ күп километрлыҡ фронт һыҙығы һәм оҙайлы "окоп һуғышы" кавалерияның киң ҡулланыуына урын ҡалдырмай. Әммә [[Рәсәйҙә Граждандар һуғышы|Граждандар һуғышы]] үҙенең характеры буйынса Беренсе донъя һуғышынан ҡырҡа айырыла. Уның үҙенсәлектәре фронттарҙың үтә ныҡ һуҙылғанлығында һәм һыҙыҡтарҙың асыҡ булмауында, шуға күрә атлы ғәскәрҙәр бик киң ҡуллана. Шулай уҡ Граждандар һуғышының спецификаһына "тачанкаларҙың" хәрби ҡулланыуын индереп була (мәҫәлән, Н. И. Махно армияһында).
 
Һуғыш араһы осоронда ғәскәрҙәрҙең механизацияһы , автомобилдәр файҙаһына аттарҙан баш тартыу, танк ғәскәрҙәренең үҫешен хәстәрләү дөйөм тенденцияға әүерелә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, донълағы күпселек илдәр атлы ғәскәрҙәрҙән баш тартырға ашыҡмай. СССР-ҙа кавалерияны һаҡлау һәм артабанғы үҫеше файҙаһына Граждандар һуғышы осоронда үҫеп сыҡҡан ҡайһы бер полководецтар сығыш яһайҙар.
 
Шуға ҡарамаҫтан, кавалерияны бик әүҙем тарҡаталар, әгәр 1937 йылда армияла 32 дивизия булһа, 1941 йылға 13 кавалерия дивизияһы тәшкил итә. Һуғыш башында уларҙың һаны "еңел типтағы" 34 дивизияға тиклем еткерелә. Һуңғараҡ, 1943 йылда, кавалерия дивизиялары заманса атлы - механизациялы төркөмдәргә әүерелә. Кавалерияның тулыһынса тарҡатылыуы 1950-се йылдарға тура килә. [[АҠШ]] армияһы командованиеһы кавалерияның механизацияланыуы тураһында 1942 йылда бойороҡ сығара, [[Германия|Германия]]ла кавалерия һуғыштың аҙағылдән уның тар-мар итеүе менән ғәмәлдән сыға.