Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
170 юл:
 
=== Бронеавтомобиль танк ғәскәрҙәре ===
Автобронемашина танк ғәскәрҙәре танк частарынан һәм берләшмәләрҙән һәм бронеавтомобиль менән ҡоралланған частарҙан торған. Төп тактик берәмәге булып айырым танк батальоны тора. Ул танк роталарынан тора. Танк ротаһы тагк взводтары, танк взводында— 5 танкка тиклем. Бронемашина роталары взводтарҙан тор, взводта 3-5 бронемашина булған.
 
Танк бригадалары [[1935 йыл]]да Юғары командованиеның резервындағы айырым танк бригадалары булараҡ ойошторола башлай. 1940 йылда механизаяланған корпустар составына индерелгән танк дивизиялары булараҡ төҙөлә. Ә РККА һуғыш башында бик күп танктарын юғалта һәм СССР-ҙың оборога халыҡ комиссариаты танктарҙы бик аҙ күләмдә сығара, шуға күрә бронемашиналы ғәскәрҙәре ойоштороу структураһына һиҙелерлек коррективтар индереү тураһында ҡарар ҡабул ителә. 1941 йылдың 15 июлендә механизацияланған корпустар ғәмәлдән сығарыла башлай, был эш сентябрь башына тиклем бара. Танк дивизиялары армиялар командующийҙарына биреләләр, ә моторлашҡандары уҡсылар дивизияһы итеп үҙгәртелә. Ошо сәбәптәр арҡаһында 1941 йылдың сентябрендә төрлө штат һанлы (29 танктан 36-ға тиклем бер батальонда) айырым танк батальондары булдырыла. 1941 йылдың 1 декабренә РККА-ла 68 айырым танк батальондары була, улар уҡсылар дивизияларына ярҙам итер өсөн файҙаланалар. [[1941 йыл]]дың шарттарында бындай ойоштороу мәжбүри була. 1942 йылда корпус составына ингән танк бригадалары булдырыла. Артабан уның үҙ аллығы, удар һәи ут ҡеүәтлеген көсәйтеү маҡсатында танк батальондарының штат структураһы камиллаштырыла. 1943 йылдың ноябренән бригадала 3 танк батальоны була, моторлашҡан автоматчиктар батальоны, зенит пулемет ротаһы һәм башҡа подразделениелар (барыһы 65 Т-34 танктары). Хәрби ҡаҙаныштары өсөн 68 танк бригадалары гвардия исемен алалар, 112-нә почетлы исемдәр бирелә,114 кеше ордендар менән наградлана. Танк бригадалары танк полктары тип үҙгәртелә. [[1942]]—[[1954 йыл]]дарҙа был ғәскәрҙәр бронетанклы һәм механизацияланған тип исемләнә башлай. 1954 йлдан улар бронетанк ғәскәрһәре тип исемләнә башлай; уларҙың составына танк һәм механизанизациянған частар инә.
 
Механизацияланған ғәскәрҙәр танк, моторлашҡан уҡсылар, артиллерия һәм башҡа частар һәм подразделениеларҙан торған. «М.в» төшөнсәһе төрлө армияларҙа 1930 йылдарҙың башында барлыҡҡа килде. 1929 йылда СССР-ҙа РККА-ның механизация һәм моторизация Үҙәк идаралығы булдырыла һәм беренсе тәжрибә механизацияланған прлк формалаша, аҙаҡтан ул бригадаға әүерелә. Бригадала 110 МС-1 танк һәм 27 орудие була һәм улар оператив-тактик файҙалыныу мәсьәләләрен тикшереү өсөн тәғәйенләнә. 1936 йылдың башына 4 механизацияланған корпус, 6 айырым бригада, шулай кавалерия поктарында 15 полк була. 1937 йылда РККА-ның механизация һәм моторизация Үҙәк идаралығы Ҡыҙыл армияның Автобронетанклы идаралығы тип исемләнә, ә 1942 йылдың декабрендә бронетанк һәм механизацияланған ғәскәрҙәре командующийы Идаралығы булдырыла. [[Бөйөк Ватан һуғышы\\ осоронда бронетанк һәм механизацияланған ғәскәрҙәре РККА-ның төп удар көсө була.
 
=== Хәрби — Һауа Көстәре ===
[[Файл:Polikarpov I-5.jpg|thumb| РККА-ның И-5 авиация истребителе.]]