Рене Декарт: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Ryanag (фекер алышыу | өлөш) |
|||
85 юл:
Бер нисә йылын сәйәхәттә үткәргендән һуң. [[Нидерландтар]] короллегенә күсеп китә. Шунда ул үҙенең иң танылған ғилми хеҙмәттәрен ижад итә. Декарт, физика, математика һәм космология фәндәре өлкәһендә шөғөлләнеп, үҙен ҙур ғалим итеп таныта. Был фәндәр буйынса ул өр-яңы фекерҙәр әйтә. Уның космология буйынса әйткән фекерҙәре айырыуса әһәмиәтле. Ул, [[Николай Коперник|Коперниктың]] ҡараштарына ҡушылып, [[Ҡояш системаһы]]ның нисек (Алланың ҡатнашлығынан башҡа) килеп сығыуы тураһында яҙып сыға. Декарттың материя тураһындагы ҡараштары шаҡтай ҡаршылыҡлы. Материяны ул һуҙылған аралыҡ рәүешендә генә аңлай. Уның сифаттары: оҙонлоҡ, киңлек һәм бейеклек. Материя, Декарттың ҡарашынса, матдәгә ҡайтып ҡалмай, дөрөҫөрәге, ул матдә түгел, бәлки, юғарыла әйтелгәнсә, һуҙылған аралыҡ. Уның сиге юҡ (был фекер урта быуаттар философтарының ҡараштарын юҡка сығара), ул сикһеҙ бүленеүгә лә дусар (был фекере иһә Демокриттың атом теорияһын инҡар итә, сөнки [[атом]] «бүленмәҫ киҫәксә» тигән мәғәнәне аңлата).
[[Файл:Descartes Discourse on Method.png|thumb|right|мини|Декарттың «Ысул тураһында фекерләүҙәр»]]
Декарт хәрәкәтте [[Исаак Ньютон|Ньютонса]] аңлатырға тырыша. Йәғни хәрәкәт материянең әүәлдән үк булған сифаты түгел. Материяны хәрәкәткә килтереү өсөн, йәнәһе, ниндәйҙер этәреүсе көс кәрәк булған. Улайһа, был осраҡта ниндәй көс күҙҙә тотола һуң? Был һорауға яуап юҡ. Ғөмүмән, материя менән хәрәкәт берлектәге күренештәр түгел, тип һанау механистик материализмға характерлы хасийәт. Декарт кешенең тәне һәм йәне араһындағы мөнәсәбәтте лә үҙенсә аңлатырға тырыша. Уныңса, йән менән тән айырым есемдәр. [[Хайуандар|Хайуан]] йән тигән нимәнән мәхрүм, ә кешегә ул [[Алла (теизм)|Алла]] тарафынан бирелгән, тип фекер йөрөтә Декарт. Декарт танып белеү теорияһына ла үҙенсәлекле ҡараштарын өҫтәй. Декартты агностиктар рәтенә керетеп ҡарау дөрөҫ булмаҫ ине. Ләкин ул бар
Декарттың фәлсәфәгә индергән төп ҡаҙанышы — рационализмдың донъяны танып белеү өлкәһендә төп ысул булыуын күрһәтеүе.
|