Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
158 юл:
 
=== Атлы ғәскәр ===
: ''Шулай уҡ ҡарағыҙ: '''[[112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы]]'''''
Совет атлы ғәскәре йәки кавалерия башта аҙ һанлы була. 1918 йылдың аҙағында граждандар һуғышы хәрби ғәмәлдәр театрында барыһы яҡынса 40 000 мең ҡылыс тәшкил итә, был күһәткес бөтә Ҡыҙыл армияһының 10 % составы ғына булған. Кавалерия формированиелары үҙенең күпселегендә уҡсылар дивизияһы составына ингән. Совет кавалерияһының формалашыуы Ҡыҙыл армияһы төҙөлөүе менән бер уҡ ваҡытта, 1918 йылда, башлана. Элекке урыҫ армияһынан РККА составына өс кавалерия полкы ғына ингән. Кавалерияны булдырыуҙа Ҡыҙыл армияһы ауырлыҡтарға осрай: кавалеристарҙы һәм меңге аттарҙы армияға биргән төп райондар – Украина, Рәсәйҙең Көньяғы һәм Көньяҡ – Көнсығышы аҡ гвардиясылар һәм интервенттар аҫтында була; тәжрибәле командирҙар, ҡорал һәм йыһаз етешмәй. Шуға күрә, кавалерияла башта йөҙлөктәр, эскадрондар отрядтар һәм полкттар төп ойоштороу берәмәктәре була. Айырым кавалерия полктарынан һәм атлы отрядтарҙан тиҙҙән бригадалар формалаша башлай, аҙаҡтан дивизиялар ҙа. Шулай итеп, С. М. Буденныйҙың 1918 йылдың февралендә ойошторолған ҙур булмаған атлы партизан отрядынан шул йылдың уҡ көҙөндә, алыштар барышында, 1-се Дон кавалерия бригадаһы, ә һуңынан Көнсығыш фронтының 5-се армияһының Берләштерелгән кавалерия дивизияһы барлыҡҡа килә.