Башҡорт милли хəрəкəте: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
94 юл:
1918 йылдың сентябрендә Башҡорт хөкүмәте вәкилдәре [[Өфө дәүләт кәңәшмәһе]] эшендә һәм ''Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте''н төҙөүҙә ҡатнаша. Кәңәшмәлә «Бөтә Рәсәй юғары власын ойоштороу тураһындағы акт» ҡабул ителә, Башҡорт хөкүмәте исеменән уға [[Солтанов Искәндәрбәк Мөхәмәтйәр улы|И. М. Солтанов]] ҡул ҡуя. Был актҡа ярашлы 23 сентябрҙә Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте ойошторола<ref>{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/9970-f-d-l-t-k-shm-e|Өфө дәүләт кәңәшмәһе|автор=Казанчиев А. Д.}}</ref>.
 
1918 йылдың ноябрендә адмирал [[Колчак Александр Васильевич|''А. В. Колчак'']] үҙен Рәсәй Дәүләтенең Юғары хакимы һәм Рус армияһының Юғары баш командующийы тип иғлан итә. Башҡорт хөкүмәтенең эшмәкәрлеген туҡтатыу, Башҡорт ғәскәрен таратып, Рәсәйҙең Хәрби көстәре составына индереү тураһындағы закон акттарын раҫлай<ref>{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/7092-kolchak-aleksandr-vasilevich|Колчак Александр Васильевич|автор=Плотников И. Ф.}}</ref>. Башҡорт милли хəрəкəте етәкселәре был бойороҡтарҙы үтәүҙән баш тарта һәм, үҙҙәренең эшен дауам итеп, совет хөкүмәте менән һөйләшеүҙәр башларға мәжбүр була{{sfn|Еникеев З. И., Еникеев А. З.|2007|с=240}}.
 
=== Совет осоро ===