Парагуша Неджмие: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Парагуша, Неджмие" битен тәржемә итеп төҙөлгән
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Музыкант}}
'''Парагуша Неджмие''' ([[7 май]], [[1933 йыл]]) — [[Югославия]] Косово йырсыһы һәм артисы (милләте буйынса Косово албаны), уны бик йыш  "албан музыкаһы королеваһы" тип атайҙар<ref>{{Cite web|title=Nexhmije Pagarusha, një fenomen I papërsëritshëm|url=http://www.teksteshqip.com/nexhmije-pagarusha/lajme_1659.php|publisher=teksteshqip.com}}</ref><ref>{{Cite web|title=Nexhmije Pagarusha nderohet nga Nishani me urdhrin "Nderi I Kombit"|url=http://www.teksteshqip.com/nexhmije-pagarusha/lajme_3719.php|publisher=teksteshqip.com}}</ref>.
 
Малишево, Косово ҡалалары эргәһендәге ҙур булмаған парагуша ауылында тыуа<ref>{{Cite web|title=Biografia: Nexhmije Pagarusha|url=http://www.rapsodet.com/Tjera/Nexhmije%20Pagarusha/Biografia.htm}}</ref> . Башланғыс мәктәпте тыуған ҡалаһына тамамлай, һуңынан [[Белград]]<nowiki/>ҡа юллана, унда өс йыл музыка мәктәбендә яңғыҙ башҡарыусылар класы буйынса белем ала. Йырсы булараҡ музыка карьераһын Приштина радиоһында [[1948 йыл]]<nowiki/>да башлай.
 
Ҡырҡ йыллыҡ музыка карьераһында йырсы халыҡ музыкаһынан алып классика һәм опера партияларына тиклемтөрлө жанрҙағы әҫәрҙәр башҡара. Ижадына юғары баһа биргән музыка тәнҡитселәренең рецензияларында төрлө ҡушаматтарға лайыҡ була: "Косово һандуғасы" (алб. ''Kosovës Bilbili i''), "албан музыкаһы королеваһы", "мадам Баттерфляй" һәм башҡалар.
 
Косовола ғына түгел, башҡа Европа илдәрендә һәм төбәктәрендә, шул иҫәптән [[Албания|Албанияла]], [[Македония]]<nowiki/>ла, [[Босния һәм Герцеговина|Босния һәм Герцеговинала]], [[Болгария|Болгарияла]] һәм башҡаларҙа ҙур популярлыҡ яулай. Был илдәрҙә, шулай уҡ [[Израиль|Израилдә]] ''Shota ''музыкаль ансамбле менән берлектә бер нисә гастроль туры ойоштора. Косовола "Быуат башҡарыусыһы" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була (алб. ''Këngëtare e shekullit'').
 
''Baresha'' композицияһы йырсының иң популяр йырҙарының береһе булып тора<ref>[http://www.discogs.com/Nexhmije-Pagarusha-Nji-Lule/release/2545448 Nexhmije Pagarusha]</ref>. Уға музыканы Неджмиенең тормош иптәше Реджо Муллика яҙа, текст авторы -  Рифат Кукай. Бынан тыш, Парагуша  төрлө спектаклдәрҙә һәм фильмдарҙа бик күп ролдәр башҡара, актерлыҡ эштәре өсөн бик күп наградаларға лайыҡ була.
 
Музыкаль карьераһын Парагуша [[1984 йыл]]<nowiki/>да [[Сараево|Сараевола]] ҙур концерттан һуң тамамлай. [[2000 йыл]]<nowiki/>да,  эстраданан китеүенә 16 йыл үткәндән һуң һуң,'' Për'' ty йырын албан телешоуында башҡарып, бик аҙға ғына сәхнәгә ҡайта. Хәҙерге ваҡытта Приштиналағы ''Radio Kosova'' һәм ''Radio Blue Skyҙа  ''музыка буйынса өлкән кәңәшсе булып эшләй.
 
[[2012 йылдыңйыл]]дың ноябрендә Албания президенты  Нишани Буяра ҡулынан  "Милләт даны" (алб. ''Nderi i Kombit'') орденын ала<ref>{{Citation|title="Nderi i Kombit", Nexhmije Pagarusha|date=2012-11-29|url=http://www.gazetaexpress.com/?cid=1,23,97943|publisher=Gazeta Express|access-date=Nov 04,2013|accessdate=Nov 04,2013}}</ref>.
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{Иҫкәрмәләр}}
{{Примечания}}
[[Категория:Алфавит буйынса музыканттар]]
[[Категория:Алфавит буйынса шәхестәр]]