Башҡорт милли хəрəкəте: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
68 юл:
 
=== Антибольшевик осор ===
Большевиктар властҡа килеүе төбәктә яңы ҡаршылыҡтар тыуҙыра: [[Өфө өйәҙе|Өфө]], [[Стәрлетамаҡ өйәҙе|Стәрлетамаҡ]], [[Златоуст өйәҙе|Златоуст]], [[Бөрө өйәҙе|Бөрө]] ([[Борай ихтилалы]]), [[Силәбе өйәҙе|Силәбе]] ([[Ҡорбанғәлиевтар]] етәкселегендә), [[Бәләбәй өйәҙе|Бәләбәй]] һәм башҡа өйәҙҙәрҙә антибольшевик күтәрелештәре була{{sfn|История башкирского народа...|2010|с=87—89, 96}}.
 
1918 йылдың 15—17 майында ''Ҡостанай'' ҡалаһында башҡорт һәм [[Ҡаҙаҡтар|ҡаҙаҡ]] милли хәрәкәттәре вәкилдәренең кәңәшмәһе була, бында берлектәге контреволюцион көрәште ойоштороу тураһында фекер алышҡандар.
86 юл:
}}</ref>.
 
"Башҡорт хөкүмәтенең халыҡҡа мөрәғәжәте"ндә, большевиктар башҡорт халҡын талауҙа һәм автономияны бөтөрөүҙә ғәйепләнә. Был мөрәжәғәт халыҡты ,ғәскәр төҙөп, үҙ ерҙәрен, илен, динен һәм автономияһын һаҡларға саҡыра. 1918 йылдың 12 июнендә (элеккесә — 31 майҙа) [[Силәбе]] ҡалаһында 216-сы һанлы фарманға Башҡорт хөкүмәтенең хәрби бүлеге эргәһендә {{нп3|[[Башҡорт хәрби шураһы|Башҡорт хәрби шураһы (советы)|ru|Башкирский военный совет}}]] ойошторола. Хәрби шура составына интендант, мобилизация, хужалыҡ, суд, строевой, артиллерия, инженер, хәрби‑өйрәтеү бүлектәре, айырым бүлек, хәрби тикшереү һәм хәрби табибтар комиссиялары инә<ref>{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/1911-bash-ort-kh-rbi-shura-y|Башҡорт хәрби шураһы|автор=Таймаҫов Р. С.}}</ref>. Шура кантондарҙа {{нп3|[[Башҡорт ирекле отрядтары|13 ирекле отрядтар|ru|Башкирские добровольческие отряды}}отрядтарын]] төҙөй<ref>{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/1861-bash-ort-irekle-otryadtary|Башҡорт ирекле отрядтары|автор=Таймаҫов Р. С.}}</ref>.
[[Файл:Флаг башкир.png|200px|thumb|[[Башҡортостан автономияһы]]ның дәүләт флагы]]
1918 йылдың июлендә ''Омск'' ҡалаһында ''Ваҡытлы Себер хөкүмәте'' яғынан Башҡортостан автономияһын таныу һәм Башҡорт ғәскәрҙәренә ярҙам итеүҙе ойоштороу маҡсаты менән башта ''А. Ғәбитов'', һунынан [[Әхмәтзәки Вәлиди Туған|Ә. Ә. Вәлидов]] һәм [[Мағазов Сәйетгәрәй Сәйетйәғәфәр улы|С. С. Мағазов]] һөйләшеүҙәр алып баралар. Һөҙөмтәлә Ваҡытлы Себер хөкүмәте менән килешеү төҙөлә. Атаман Дутов етәкселегендәге ''Ырымбур казак хәрби хөкүмәте'' автономияға ҡаршы булмаҫлығын белдәрә. Үҙен Рәсәй Демократик Федератив Республикаһында Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы исеменән эш итеүсе юғары власть тип иғлан иткән ''Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты'' (Комуч) Башҡорт хөкүмәтен<ref>{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/2625-b-t-r-s-j-ojoshtorou-jyjylyshy-a-zalary-komitety|Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты|автор=Казанчиев А. Д.}}</ref> һәм Башҡортостан милли-территориаль автономияһын таный{{sfn|История башкирского народа...|2010|с=101}}.
 
Башҡорт хәрби шураһы 1918 йылдың 7 сентябрендә Ырымбур ҡалаһында {{нп3|Беренсе[[1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы|Беренсе]], Башҡорт уҡсылар дивизияһы|ru|1[[2-я Башкирская стрелковая дивизия}}, {{нп3|Икенсесе Башҡорт уҡсылар дивизияһы|Икенсе Башҡорт уҡсылар дивизияһы|ru|2-я Башкирская стрелковая дивизия}}]] һәм ''Ә. Б. Ҡарамышев исемендәге 1-се Башҡорт кавалерия полкы''нан торған {{нп3|[[Башҡорт айырым корпусы|Башҡорт айырым корпусын|ru|Башкирский отдельный корпус}}]]н төҙөйбулдыра. Октябрҙә уның составына ''Ғ. С. Иҙелбаев исемендәге 2‑се Башҡорт кавалерия'' һәм ''6-сы Башҡорт уҡсылар полктары'' инә. Корпустың командующийы итеп генерал-лейтенант [[Ишбулатов Хәжиәхмәт Исхаҡ улы|Х. И. Ишбулатов]] тәғәйенләнә. Башҡорт айырым корпусы частары ''Халыҡ армияһы'' составында [[Орск]] ҡалаһы өсөн һәм ''Аҡтүбә фронты''ндағы һуғыштарҙа, ''Сызрань'' ҡалаһын обороналауҙа һ. б. ҡатнаша<ref>{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/1794-bash-ort-ajyrym-korpusy|Башҡорт айырым корпусы|автор=Таймаҫов Р. С.}}</ref>.
 
1918 йылдың сентябрендә Башҡорт хөкүмәте вәкилдәре ''[[Өфө дәүләт кәңәшмәһе'']] эшендә һәм ''Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте''н төҙөүҙә ҡатнаша. Кәңәшмәлә «Бөтә Рәсәй юғары власын ойоштороу тураһындағы акт» ҡабул ителә, Башҡорт хөкүмәте исеменән уға [[Солтанов Искәндәрбәк Мөхәмәтйәр улы|И. М. Солтанов]] ҡул ҡуя. Был актҡа ярашлы 23 сентябрҙә Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте ойошторола<ref>{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/9970-f-d-l-t-k-shm-e|Өфө дәүләт кәңәшмәһе|автор=Казанчиев А. Д.}}</ref>.
 
1918 йылдың ноябрендә адмирал ''А. В. Колчак'' үҙен Рәсәй Дәүләтенең Юғары хакимы һәм Рус армияһының Юғары баш командующийы тип иғлан итә. Башҡорт хөкүмәтенең эшмәкәрлеген туҡтатыу, Башҡорт ғәскәрен таратып, Рәсәйҙең Хәрби көстәре составына индереү тураһындағы закон акттарын раҫлай<ref>{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/7092-kolchak-aleksandr-vasilevich|Колчак Александр Васильевич|автор=Плотников И. Ф.}}</ref>. Башҡорт милли хəрəкəте етәкселәре был бойороҡтарҙы үтәүҙән баш тарта һәм, үҙҙәренең эшен дауам итеп, совет хөкүмәте менән һөйләшеүҙәр башларға мәжбүр була{{sfn|Еникеев З. И., Еникеев А. З.|2007|с=240}}.