Башҡортостандың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
12 юл:
 
== Декларацияны ҡабул итеү тарихы ==
[[1990 йыл|1990 йылдың]] [[12 июнь|12 июнендә]] РСФСР халыҡ депутаттары съезы Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итә. Был  Декларация, шулай уҡ «ССР Союзы һәм Федерация субъекттары араһында вәкәләттәрҙе бүлешеү тураһында», «ССР Союзы, союздаш һәм автономиялы республикалар араһында иҡтисади мөнәсәбәттәрҙең нигеҙҙәре тураһында» СССР закондары  Башҡорт республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларацияны эшләүҙең һәм ҡабул итеүҙең юридик нигеҙе була.
 
БАССР Юғары Советы комиссияһы Башҡорт ССР-ының дәүләт суверенитеты тураһында декларацияның проектын әҙерләүгә тотоноу менән  республикала ССР Союзында һәм Рәсәй Федерацияһында Башҡортостандың урыны тураһында бәхәстәр башлана. Декларация тексын әҙерләгән саҡта Башҡорт АССР-ы Юғары Советында һәм  [[Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы|Башҡорт АССР-ының Министрҙар Советында]]  ике төрлө ҡарашта торған ике үҙәк төҫмөрләнә. 1990 йылдың июль аҙағында Декларацияның ике проекты эшләнә, улар  [[1990 йыл|1990 йылдың]] [[2 август|2 авгусында]]  өйрәнеү һәм фекерҙәр белдереү, тәҡдимдәр индереү өсөн СССР, РСФСР һәм БАССР халыҡ депутаттарына ебәрелә.
 
[[1990 йыл|1990 йылдың]] 10 авгусында  Декларацияның бер нисә тексы бөтә халыҡ фекер алышыуына сығарыу өсөн республика гәзиттәрендә баҫыла, проекттар араһында ғалим юристар [[Ғүмәрова Люциә Шаһыбал ҡыҙы|Л.  Ш.  Ғүмәрова]], [[Йәнекәев Зөфәр Ирғәле улы|З. И. Йәнекәев]], А. Н. Тимонин һәм Ф. 3. Йосопов тарафынан әҙерләнгәне лә була.
 
[[1990 йыл]]дың [[12 август|12 авгусында]] [[Өфө]]лә митинг була, унда РСФСР Юғары Советы Рәйесе [[Ельцин, Борис Николаевич|Б. Н. Ельцин]] сығыш яһай, ул былай ти:{{начало цитаты}}«…беҙ союз етәкселеге эшләгән хаталарға юл ҡуймабыҙ, ул өс йыл элек союздаш республикалар үҙаллылыҡ һорағанда баш тартҡайны һәм бының менән милли көсөргәнеш тыуҙырғайны. Беҙ Башҡортостан халҡына, Юғары Советҡа әйтәбеҙ: власты күпме йота алһағыҙ, шунса алығыҙ. Һәм беҙ был ихтыяр менән килешербеҙ, Рәсәй Юғары Советы һис бер ниндәй ҡаршылыҡ тыуҙырмаҫ. Әгәр һеҙ: ер аҫты, байлыҡ, ер — былар Башҡортостандың милке, тип ҡарар итһәгеҙ, тимәк, был шулай буласаҡ»{{конец цитаты|источник= Газета «Вечерняя Уфа» от 14 августа 1990 года}}
 
1990 йылдың авгусында  [[Стәрлетамаҡ|Стәрлетамаҡта]] та булған митингыла Б. Н. Ельцин сығыш яһай<ref>{{книга|автор=|заглавие=История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. [[Кульшарипов, Марат Махмутович|М. М. Кульшарипов]]; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН|ссылка=|ответственный=|место=Уфа|издательство=Гилем|год=2012|том=VII|страниц=424|страницы=35|isbn=978-5-4466-0040-3}}</ref>:<blockquote class="">«Беҙ Башҡортостан халыҡтарына әйтәбеҙ, беҙ Башҡортостандың Юғары Советына, Хөкүмәтенә әйтәбеҙ: власты күпме йота алһағыҙ, шунса алығыҙ...алығыҙ… Әгәр һеҙ Башҡортостандың ер аҫты ла, байлыҡтары ла, ере лә  — Башҡортостан халыҡтарының милке тип ҡарар итһәгеҙ, тимәк, ул шулай буласаҡ...буласаҡ… Башҡортостандың нефтенә һәм газына ул үҙе хужа, ул үҙе генә үҙ байлыҡтарын файҙаланырға хоҡуҡлы. Етер, һеҙҙе күп таланылар! ...Әгәр…Әгәр Башҡортостан үҙ суверенитетын иғлан итһә, беҙ был суверенитетты хөрмәт итербеҙ.»</blockquote>[[1990 йыл|1990 йылдың]]  [[11 октябрь|11 октябрендә]] [[Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы|Башҡорт АССР-ы]] [[Башҡорт АССР-ы Юғары Советы|Юғары Советының]]  III сессияһында республиканың Дәүләт суверенитеты тураһында  декларация ҡабул ителә.
 
== Тасуирлама ==