Диңгеҙ буйындағы парк (Таганрог): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
26 юл:
Диңгеҙ буйындағы парк Таганрогта 1960-сы йылдар башында, кирбес заводы менән йәнәш урынлашҡан элекке карьер урынында төҙөлгән. 1950-се йылдарҙа сеймалдың иң яҡшы һәм сығарыуы еңел булған өлөшө эшкәртелеп бөтә һәм карьер ябыла. Барлыҡҡа килгән уңайһыҙ рельефлы, грунт һыуҙары яҡын территория торлаҡ йорт төҙөү өсөн бик уңайһыҙ була. Парк Таганрогтың Октябрь районы предприятиелары, бигерәк тә [[Таганрог комбайн заводы|комбайндар заводы]] һәм Димитров исемендәге Завод коллективтары тарафынан төҙөлә<ref name="Таганрог. Энциклопедия — 2008. Приморский парк">''Киричек М. С.'' Приморский парк // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 586. </ref>.
 
[[1965 йыл]]ға бында 633 ағас үҫеп тә ултыра инде, аттракциондар ҡаласығында беренсе ҡорамал ҡуйыла. Диңгеҙ буйындағы парк рәсми рәүештә [[1966 йыл]]|дың июнендә асыла. 1970-се йылдарҙа паркта 2700 ағас (шул иҫәптән 500-ҙән ашыу ылыҫлы ағас), ҡыуаҡтар 7000 тирәһе, 1000-дән ашыу роза ҡыуағы була. Артабанғы йылдарҙа ла декоратив ҡыуаҡтар һәм күп һанда сәскәләр ултыртыу дауам итә, парк төҙөкләндерелә. Бейеү верандаһы һәм балалар уйын майҙансығы базаһында киң мәҙәни эш алып барыла.
 
Диңгеҙ буйындағы парктың комплексына диңгеҙ буйы пляжы ла инә, был уның ҙур өҫтөнлөгө булып тора. Парктан туп-тура яр буйына Таш баҫҡыс төшә. Парк һәм пляж зонаһының бергә ҡушылыуы ял итергә килеүселәргә иң яҡшы ял тәьмин итә.