Плутарх: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
51 юл:
Плутарх үҙенең әҙәбиәттәге даны өсөн эклектик фәлсәфәүи фекер йөрөтөүҙәре, этика мәсьәләләренә бағышланған әҫәрҙәре менән түгел, ә тормош юлдарын яҙыуы (быларҙың, әйтер кәрәк, этикаға туранан-тура мөнәсәбәте бар) менән бурыслы. Плутарх үҙенең маҡсаттарын Эмилий Павелдың (Aemilius Paulus) тормош юлының инеш өлөшөндә билдәләп ҡуя: боронғо осорҙоң бөйөк кешеләре менән аралашыу үҙ эсенә тәрбиә мәсьәләләрен индерә, әгәр ҙә бәйән ителгән тормош юлдарының барыһы ла ҡыҙыҡһындырырлыҡ булмаған осраҡта, кире өлгө лә үҙенсә ҡиммәт, ул ғибрәт итерлек тәьҫир итә, айбандыра һәм дөрөҫ йәшәү өлгөһөн һайлау тураһында уйландыра, фәһем бирә. Плутарх үҙенең биографияларында этика өлкәһендә, кешенең һәр хәрәкәте яҡшылыҡ (благодетель) тыуҙыра, һәм шуның өсөн кеше эшмәкәрлеге хәл иткес әһәмиәткә эйә, тип раҫлаусы перипатетиктар тәғлимәтенә эйәрә. Плутарх, сиратлап тыуыуы, йәшлеге, холҡо, эшмәкәрлеге, вафат булыуы тураһында — перипатетик биографиялар схемаһына эйәреп яҙа. Плутарх үҙен бер урында ла факттарҙы тәнҡитләп тикшереүсе тарихсы итеп күрһәтмәй. Яҙыусы алырлыҡ ҙур тарихи материал ирекле файҙаланыла («биография яҙабыҙ, ә тарихты түгел»). Плутархҡа иң тәүҙә кешенең психологик портреты кәрәк; уларҙы аныҡ асып биреү өсөн, ҙур теләк менән һүрәтләнгән кешеләрҙең шәхси тормошонан миҫалдар, көләмәстәр һәм тапҡыр хикмәтле һүҙҙәр килтерә. Тексҡа бик күп әхлаҡи фекер йөрөтөүҙәр, шағирҙарҙың төрлө цитаталары индерелгән. Авторҙың таланты, уның кешеләргә хас һыҙаттарға ынтылышы һәм рухты ҡанатландырыусы әхлаҡи оптимизмы нәфис, тойғоло хикәйәләүҙәрен тыуҙырған, уңыш килтергән. Плутарх Биографиялары беҙҙең өсөн тарихи әһәмиәткә лә эйә, сөнки ул аҙаҡтан юғалтыуға дусар ителгән бик күп ҡиммәтле сығанаҡтарға таянып яҙған.
 
Плутарх биографиялар яҙыуға йәш сағынан уҡ тотонған. Башта ул Беотияның күренекле кешеләренә: Гесиодҡа, Пиндарға, Эпаминондҡа иғтибар иткән. Артабан ул Грецияның башҡа өлкә вәкилдәре: спарта батшаһы Леонид, Аристомен, Арат Сикионский тураһында яҙа башлаған. Хатта фарсы батшаһы Артаксеркс II дә биографияһы бар. Римдә булған сағында Плутарх, гректарға тәғәйенләп, рим императорҙары биографияһын яҙған. Тик ғүмеренең аҙағында ғына ул үҙенең иң мөһим написал своё важнейшее произведение «Сағыштырмаса тормош юлдарын яҙыу (тәржемәи хәлдәре)» ({{Lang-grc|Βίοι Παράλληλοι}}; {{lang-la|Vitae parallelae}}) әҫәрен яҙған. Был Греция һәм Римдең күренекле тарихи шәхестәренең ҡушарлап сағыштырып яҙылған биографиялары булған. Хәҙерге ваҡытта иртә осорҙа яҙылған 22 шәхестең парлап һәм бер нисә берәмек (Арат Сикионский, Артаксеркс II, Гальба һәм Отондың) сағыштырмаса тормош юлдары билдәле. Парҙарҙың ҡайһы бере уңышлы төҙөлгән: Афинаға һәм Римгә мифик нигеҙ һалыусылар — Тесей һәм Ромул; тәүге закон сығарыусылар — Ликург Спартанский һәм Нума Помпилий; иң бөйөк полководецтар — [[Искәндәр Зөлҡәрнәй|Бөйөк Александр]] һәм [[Юлий Цезарь|Гай Юлий Цезарь]]; иң бөйөк ораторҙар — Цицерон һәм Демосфен. Башҡалар иреклерәк сағыштырылған: «бәхет балалары» — Тимолеонт һәм Эмилий Павел, йәки кеше яҙмыштарының көтөлмәгән үҙгәрештәрен һынландырыусы пар — Алкивиад һәм Кориолан. Плутарх һәр парҙан һуң, моғайын, сағыштырмаса ҡылыҡһырлау (synkrisis), геройҙарҙың уртаҡ һыҙаттарына һәм төп айырымлыҡтарына ҡыҫҡаса күрһәтеп яҙырға ниәтләнгәндер. Әммә бер нисә парҙың (айырып әйткәндә, Александр һәм Цезарҙың) сағыштырмаса тасуирлауы юҡ, йәғни һаҡланмаған (йәки, бының булыуы икеле, яҙылмағандыр ҙа).
Тормош юлдары яҙмалары текстарында киҫелешкән һылтанмалар ҙа осрай, һәм был беҙгә килеп еткән текстар корпусына ҡарағанда тәүяҙмалар күберәк булған тигән һығымтаға киләбеҙ. Леонид, Эпаминонд, Сципион Африканскийҙың тормош юлдарының яҙмалары юғалған.
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Плутарх» битенән алынған