Башҡорт шәжәрәһе: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү, аныҡлаштырыу
1 юл:
[[FileФайл:Shezhere jurmati.JPG|200px|thumb|[[Юрматы]] ырыуы шәжәрәһе. [[XVI быуаттабыуат]]та төҙөлгән. <br>Ҡиммәтле тарихи документ.]]
'''Шәжәрә''' &nbsp; — [[Башҡорттар|башҡорт]]тарҙың һәм ҡайһы бер башҡа [[Төрки халыҡтар|төрки халыҡтарҙыңхалыҡтар]]ҙың ҡәбиләләр һәм ырыуҙар яҙмаһы, генеалогияһы. Шәжәрәләргә, йәғни нәҫел ағастарына, ир заты яҡлап нәҫел башлыҡтарының теҙмәһе яҙылған, ҡәбилә йә ырыу тормошондағы тарихи ваҡиғалар, мөһим факттар теркәлгән. Иң боронғо шәжәрәләр [[болғар]] осорона ҡарай, йәғни ҡайһы берҙәренә мең йылдан ашыу<ref name="Надергулов.Шежерэ">Надергулов Минлегали Хусаинович. Историко-функциональные жанры башкирской литературы : генезис, типология, стиль и традиции : автореферат дис. … доктора филологических наук : 10.01.02 / Надергулов Минлегали Хусаинович; [Место защиты: Башкир. гос. ун-т]. 54 с. Уфа, 2009</ref>.
 
== Тасуирламаһы ==
[[FileФайл:Shejere of qipsaq.jpg|200px|thumb|right|[[Ҡыпсаҡ]] ҡәбиләһе шәжәрәһе.]]
 
=== Һүҙҙең килеп сығышы ===
«Шәжәрә» һүҙенең синонимы булараҡ башҡорт яҙмаларында «нәсәбнамә», «нәсәпхат», «силсилә» һәм «тайра» тигән һүҙҙәр ҙә йыш осрай. [[Ислам|Ислам]] динен ҡабул иткәндән һуң башҡорттарҙың генеалогик яҙмалары «шәжәрә» тигән [[ғәрәп теле|ғәрәп]] һүҙе менән атала башлаған, һүҙмә-һүҙ тәржемәһе «ағас» тигәнде аңлата, ә мәғәнәүи тәржемәлә  — «ырыу яҙмаһы»<ref name="Надергулов.Шежерэ"></ref><ref>[http://ufagen.ru/bashkir Башкирская генеалогия]</ref>. Билдәле этнограф [[Р. Ғ. Кузеев|Р.&nbsp;Ғ.&nbsp;Рәил Кузеев]], башҡорт шәжәрәләрен тикшергән тәүге ғалимдарҙың береһе, был төшөнсәне «генеалогик йылъяҙма» тип тәржемә итә<ref>[http://www.edc.samara.ru/~volga/ch13/shezhere/wejere.html Шежере&nbsp; — «генеалогическая летопись»]</ref>. Кузеев шәжәрәнең ырыу ағасы ғына түгел, ә нәҡ ырыу йылъяҙмаһы булыуына иғтибар йүнәлтә, сөнки унда ырыу вәкилдәренең исемдәре менән ғүмер йылдары ғына түгел, мөһим тарихи ваҡиғалар ҙа теркәлгән.
 
=== Шәжәрә төрҙәре ===
Тышҡы билдәләре буйынса башҡорт шәжәрәләре ике төп төргә бүленә: '''номиналь''' (ябай) һәм '''нарратив''' (ҡатмарлы). Беренсе төр шәжәрәләргә бер тамырҙан сыҡҡан ырыу башлыҡтары исемлеге һәм уларҙың йәшәгән йылдары яҙылған. Күренеше менән ул тарбаҡлы ағасты хәтерләтә. Икенсеһе тармаҡланған исемдәр сылбырын хасил итә һәм, беренсеһенән айырмалы, унда хикәйәләү текстары ла була. Номиналь шәжәрәләр йышыраҡ осрай<ref name="Надергулов.Шежерэ"></ref>.
 
=== Башҡорт халҡы өсөн әһәмиәте ===
Башҡорт шәжәрәләре йөҙҙәрсә йылдар буйына быуындан-быуынға төҙөлә килгән, ҡат-ҡат күсереп тә яҙылған, улар буйынса мәғлүмәттәр балаларға һәм ейәндәргә тапшырылған. Шәжәрәне айырыуса ырыу аҡһаҡалдары яҡшы белгән. Ырыу шәжәрәһен ете быуынға тиклем белеү мотлаҡ һаналған. Мәҫәлән, [[19 быуаттыңбыуат]]тың башҡорт мәғрифәтсе-демократы [[Өмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы|М.Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев]] «Башҡорттар» тигән хеҙмәтендә яҙыуынса, [[аҫаба]] башҡорттар өсөн түбәндәге өс нәмәне белеү мөһим:
{{начало цитаты}}
# Тамырҙарын белеү;
Юл 18 ⟶ 19:
{{конец цитаты}}
 
Ырыу-ҡәбилә генеалогияһын һәм мөһим ваҡиғаларҙы хәтерҙә һаҡлау өсөн башҡорттар үткәндәрҙе шиғри формаға һалып, рифмалап һөйләр булған, сөнки шиғри текслы шәжәрә еңелерәк иҫтә ҡалған һәм быуындан-быуынға ҙур хаталарға юл ҡуймайынса тапшырылған. Шәжәрәне төҙөү һәм белеү башҡорттар араһында бик хөрмәтле йола һаналған. Ырыу шәжәрәһен юғалтыу ҙур яҙыҡ булған.
 
== Тарихи әһәмиәте ==
Шәжәрәләр ниндәйҙер кимәлдә тарихи документ, яҙма ҡомартҡы булып тора: уларҙа тарихи мәғлүмәттәр менән бергә халыҡтың көнкүреше, холоҡ сифаттары, юридик һәм мораль-этик нормалары тураһында белешмәләр, халыҡ ижады әҫәрҙәренең сюжеттары, әҙәби фрагменттар табыла. Ҡайһы бер шәжәрәләр бер нисә быуатты, хатта унан да күберәк ваҡытты солғай<ref name="Надергулов.Шежерэ"></ref><ref>[http://history.yeshlek.ru/?q=node/31 БАШКИРСКИЕ ШЕЖЕРЕ КАК ИСТОРИЧЕСКИЙ ИСТОЧНИК]</ref>. Шәжәрәләрҙе тикшереп, теге йәки был осорҙағы йәмғиәттең ҡоролошо (синыфтар, ҡатламдар), борон булған ваҡиғалар тураһында мәғлүмәт табырға мөмкин. Ләкин документаллек менән уйҙырманың ҡатнашыуын да шәжәрә үҙенсәлектәренең береһе тип билдәләп үтергә кәрәк. Ошо сәбәпле тарихсылар ҡайһы бер шәжәрәләрҙе ҡиммәтле тарихи сығанаҡ итеп танымай<ref name="Надергулов.Шежерэ"></ref>.
 
== Беҙҙең осорҙа ==
[[FileФайл:Шежере.png|thumb|220px|[[Әхмәтзәки Вәлиди]] шәжәрәһе.]]
Һәр бер тарихи ҡомартҡы кеүек үк, шәжәрәләргә тарихтың һәләкәтле йоғонтоһо ҡағыла. Айырыуса совет власының тәүге тиҫтә йыллыҡтарында башҡорт шәжәрәләренә ауыр һынауҙар үтергә тура килә. Өлкәндәр һөйләгәнсә, утыҙынсы йылдарҙа ғәрәп яҙыулы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар ауылдарҙан йөҙәрләп-меңәрләп алып сығылған һәм яндырылған. Ҡайһы берәүҙәр ата-бабаларының рухи мираҫын ергә күмеп йә йылға-күлдәр төбөнә төшөрөп өлгөргән. Шулай итеп, иҫке ҡулъяҙмалар менән бергә бик күп боронғо шәжәрәләр юҡ ителгән. Шулай ҙа 150-ләп башҡорт шәжәрәһе осраҡлы рәүештә хәҙерге заманға тиклем килеп еткән. Улар [[Өфө]], [[Ырымбур]], [[Ҡазан]], [[Санкт-Петербург]] һәм [[Мәскәү]] архивтарында һәм китапхана фондтарында, шулай уҡ айырым кешеләрҙең коллекцияларында һаҡлана.
 
Башҡорттарҙың тарихи тамырҙарына ҡыҙыҡһыныуы арта бара<ref>[http://nazemlesalavata.pressarb.ru/index.php?option=com_content&amp;view=article&amp;id=14&amp;Itemid=11 Знаем ли мы своё шежере?]</ref>. [[Башҡортостан|Башҡортостан]]да йыл да шәжәрә байрамдары үткәрелә<ref>[http://www.gasrb.ru/shegere795.html Постановление Правительства Республики Башкортостан О ПРОВЕДЕНИИ НАРОДНОГО ПРАЗДНИКА «ШЕЖЕРЕ БАЙРАМЫ»]</ref>. Байрам барышында өлкән быуын йәштәргә шәжәрәһен һөйләй, билдәле шәхестәре, ырыу тарихында булған хәл-ваҡиғалар тураһында мәғлүмәт бирә. Шәжәрәләрҙе бер базаға туплап йыйыу менән шөғөлләнгән сайттар ҙа бар <ref>[http://shejere.narod.ru/ Сайт башкирских генеалогий]</ref><ref>[http://www.gasrb.ru/shegere81.html Архивы Башкортостана]</ref>. Улар туған-тыумасаны эҙләүҙә, ата-бабалар тураһында мәғлүмәт табыуҙа булышлыҡ итә ала.
 
== Шулай уҡ ҡара ==
Юл 34 ⟶ 35:
* Шәжәрә
== Иҫкәрмәләр ==
 
{{иҫкәрмәләр|2}}
== Иҫкәрмәләр ==
{{примечания}}
 
== Әҙәбиәт ==
* [http://enu.kz/repository/repository2014/shezhere.pdf Асылгужин Р.  Р.  Знание шежере и идентификация на уровне родо-племени  — важнейшие части структуры этно-национальной идентичности башкир и казахов]
* Башкирские шежере. Уфа, 1910;
* Башкирские шежере. Исследования и публикации. Уфа, 1973.
* Башкирские шежере /Сост., авторы вступ. статей М.  Х.  Надергулов, А.  Г.  Салихов; отв. ред. Ф.  Г.  Хисамитдинова.  — Анкара: Анкамат, 2007.  — 186 с.
* Родословная башкир Юмран-Табынской волости со сведениями Мухаметсалима Уметбаева, дополненная относящимися к ней документами / Перевод на башкирский язык М.  Х.  Надергулова, перевод на русский язык, подготовка к изданию Р.  М.  Булгакова; Ответственный редактор Р.  Г.  Кузеев; ОНУ с МАЭ УНЦ РАН. -Уфа: НУР-Полиграфиздат, 1997, 88 с., 24 л. прил. ISBN 5-86519-010-5
* <!--Древняя родина племени еней -->«"Шура»", 1909, I, С. 21—22.
* Алпысбес М. А.  Место шежире в изучении истории[https://www.academia.edu/30915227/%D0%90%D0%BB%D0%BF%D1%8B%D1%81%D0%B1%D0%B5%D1%81_%D0%9C%D0%B0%D1%85%D1%81%D0%B0%D1%82._%D0%98%D1%81%D1%82%D0%BE%D1%80%D0%B8%D1%8F_%D0%9A%D0%B0%D0%B7%D0%B0%D1%85%D1%81%D1%82%D0%B0%D0%BD%D0%B0_%D0%B2_%D0%BA%D0%B0%D0%B7%D0%B0%D1%85%D1%81%D0%BA%D0%BE%D0%BC_%D1%88%D0%B5%D0%B6%D0%B8%D1%80%D0%B5._%D0%9C%D0%B5%D1%81%D1%82%D0%BE_%D1%88%D0%B5%D0%B6%D0%B8%D1%80%D0%B5_%D0%B2_%D0%B8%D0%B7%D1%83%D1%87%D0%B5%D0%BD%D0%B8%D0%B8_%D0%B8%D1%81%D1%82%D0%BE%D1%80%D0%B8%D0%B8.pdf .pdf]
 
== Һылтанмалар ==
{{External media
|align = right
56 юл:
* [http://ufagen.ru/node/8039 Генеалогия в Башкирии]
* [http://shejere.narod.ru Башкирские шежере]
* [http://www.vatandash.ru/index.php?article=2525 Журнал Ватандаш. Статья "«Этнографический аспект изучения башкирских шежере"»]
 
 
[[CategoryКатегория:Башҡорт йолалары]]
[[CategoryКатегория:Башҡортостан тарихы]]
[[CategoryКатегория:Генеалогия терминологияһы]]