Абдуллин Сөләймән Әйүп улы — версиялар араһындағы айырма

ә
clean up, replaced: августында → авгусында using AWB
ә (clean up, replaced: августында → авгусында using AWB)

'''Абдуллин Сөләймән Әйүп улы''' ([[15 август]] [[1928]] — [[11 март]] [[2002]]) — [[башҡорт]] [[йыр|йырсыһы]]сыһы, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған артисы (1986).

== Биографияһы ==
Сөләймән Әйүп улы Абдуллин 1928 йылдың 15 августындаавгусында [[Башҡорт АССР-ы]] [[Ейәнсура районы]]ның [[Үтәғол]] ауылында тыуған.

Сәхнәгә башҡорт халыҡ йырҙарын башлап алып сығыусыларҙың береһе. Бөтә ғүмерен ошо эшкә арнап, халыҡ йырҙарын башҡарыусылар быуынына башланғыс һалыусы, юл ярыусы шәхес.
26 йыл филармонияла солист һәм концерт бригадаһының алыштырғыһыҙ етәксеһе була. Тиҙ арала халыҡ ихтирамын яулап данлыҡлы йырсы булып китә.

1986 йылда «Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған артисы» исеме бирелә.

Билдәле ғалим [[Рәшит Шәкүр]] билдәләүенсә<ref>Шәкүр Р. Ыласындар оса, ай, һауала… //Сыңрау торналар иле. Өфө, 1996</ref>:
''Сөләймән ағай, бер ҡараһаң, үтә тыныс, һис кенә лә артыҡ көс һалмайынса йырлай һымаҡ. Ләкин ниндәй тетрәндергес моң, йәнеңде ярып үтерҙәй кисерештәр унда! Хатта ысын-ысынында поэтик драма дәрәжәһенә күтәрелә, мәҫәлән, «Мәҙинәкәй» исемле мәшһүр башҡорт халыҡ йырында тауыш яңғырашы аша тыуҙырылған бына был образ:''

Ыласындар оса, ай, һауала,

Мәҙинәкәй-гөлкәй, бөҙрә сәсем,

Һандуғастар ҡуна ла талдарға.

''Был йырҙың тылсымлы асылын, асылып бөтмәгән серҙәрен Сөләймән Абдуллин һымаҡ асып, тасуирлап бирә белеү маһирлығы ниндәй генә йырсы өсөн дә үҙе бер ҙур ҡаҙаныш булырлыҡ:''

Һандуғастай һайрар ҡыҙ баланы,

Мәҙинәкәй-гөлкәй, бөҙрә сәсем,

Яҙмыш һата ла икән дәй малдарға.

''Йырсының йөрәге, аңы-зиһене аша үтеп, үҙе үк аҫыл ыласын ҡош һымаҡ, ваҡыт киңлектәренә талпынып оса был йыр-хикәйәт. Хәйер, йыр ғына түгел, йырсының үҙенең ғүмере лә, уның һәр саҡ йырға тоғро булып йәшәүе лә килер быуындарға хикәйәт итеп һөйләрлек.''
== Һылтанмалар ==
* http://zmsb.ru/index.php/nasha-gordost/deyateli-kultury/2-uncategorised/63-abdullin-sulejman-ayupovich
* Аҡманов Б. Мәшһүр заттарыбыҙҙы онотмайыҡ! [[Башҡортостан (гәзит)|«Башҡортостан» гәзите]], 2013, 16 август<ref>[http://bashgazet.ru/bashkir/9651-mshr-zattarybyy-onotmayy.html «Башҡортостан» гәзите, 2013, 16 август]<name="Б"/ref>.

== Әҙәбиәт ==
[[Категория:Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артистары]]
[[Категория:Шәхестәр:Башҡорт дәүләт филармонияһы]]
[[Категория:Башҡорт йырсылары]]