Бөйөк Себер Боҙ походы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
66 юл:
Башҡорт халҡының киләсәге буйынса Вәлиди менән ҡырҡа риза булмаған [[Ҡорбанғәлиев Мөхәмәтғәбделхәй Ғәбиҙулла улы|М. Ҡорбанғәлиев]] Чита ҡалаһында башҡорт яугирҙарын бер формированиеға туплау өсөн күп көс һала.
 
[[1920 йыл]]дың 14 июнендә Читала башҡорт делегаттарының кәңәшмәһе уҙғарыла. Кәңәшмәгә тиклем Ҡорбанғәлиев һәм Таған атаман Семенов менән һөйләшеп, башҡорттарҙы уның ғәскәрендә бер урында туплауға ризалыҡ алалар. Ултырышта ҡатнашыусы башҡорттар Рәсәй Көнсығыш сиктәрендәге Хәрби-Милли идаралығын булдырыуға өлгәшәләр. Уның рәйесе итеп М. Ҡорбанғәлиев һайлана. Ултырыштың протоколынан күренеүенсә, башҡорттар край власын барлыҡ көстәре менән яҡлаясаҡтары һәм Алыҫ Көнсығыш армияһының һәм Рәсәй Көнсығыш Сиктәрендәге башҡорттарҙы казак ғәскәрҙәре рәтенә индереү, уларға Ырымбур казак ғәскәренә бирелгән хоҡуҡтар һәм бурыстар биреү тураһында үтенәләр. Бер тауыштан мосолман туғанлығының үҙәк Идаралығының рәйесе итеп Алыҫ Көнсығыш армияһы муллаһы Сәлимгәрәев, уның иптәше — поручик Тағанов, сәркәтибе — штаб-ротмистр Шәфиғуллин, ҡаҙнасы — гарнизон муллаһы Солтанов һәм совет ағзалары итеп — Шәмғулов мулла, Зәкир Ишмөхәммәтов, Сабирхузин мулла, Өфө дивизияһы муллаһы Ғиләзитдинов һәм подполковник Асланов һайлана. Ошо уҡ ултырышта Бөтә ҡораллы көстәре баш командующийы атаман Семеновты Мосолман туғанлығының почетлы рәйесе һәм Алыҫ Көнсығыш армияһының командующийы генерал-лейтенант Лохвицкийҙы почетлы ағза итеп һайлайҙар. Башҡорт ғәскәренең почетлы казактары (Ил ағаһы) итеп 11 оло дәрәжәле офицер тәҡдим ителә<ref> Валиди Тоган А.-З., Инан А., Таган Г. Служение. Сборник трудов башкирских ученых-эмигрантов — лидеров национально-освободительного движения 1917—1920 годов./Сост. и пер. А. М. Юлдашбаев. — Уфа: Китап, 2007, стр. 26-29</ref>
. Әммә атаман Семеновтың ризалығы хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртә алмай.
 
Башҡорттарҙы частарҙан бирмәйҙәр. Ҡорбанғәлиев ебәргән вәкилдәрҙе урыҫ офицерҙары мыҫҡыллай, хатта туҡмай<ref> Валиди Тоган А.-З., Инан А., Таган Г. Служение. Сборник трудов башкирских ученых-эмигрантов — лидеров национально-освободительного движения 1917—1920 годов./Сост. и пер. А. М. Юлдашбаев. — Уфа: Китап, 2007, стр. 49-51</ref> . Башҡа төрлө вәхшилектәр ҙә күҙәтелә. Башҡорттарҙың берләшеүенә ҙур ҡаршылыҡ тыуа. Шул уҡ ваҡытта идаралыҡтың штабы начальнигы вазифаһына генералдар үҙ кешеләрен тәҡдим итәләр. Әммә Хәрби — Милли идаралыҡтың рәйесе ваҡытлыса вазифа башҡарыусыһы итеп Тағановты тәғәйенләй. Ошо уҡ ваҡытта армияла хәлдәр ҡатмарлаша. 1920 йылда [[Себер]] һәм Алыҫ Көнсығыш совет власы контроле аҫтында була, атаман Семеновтың ғәскәрҙәренең төп көстәре ҡышҡа табан тар-мар ителә. Аҡтар хәрәкәте тулыһынса еңелеүгә дусар була.
 
1920 йылдың 14 ноябрендә, ойошторолоуынан 5 ай үтеүгә, Хәрби — Милли идаралығы рәйесе Ҡорбанғәлиев идаралыҡтың ғәмәлдәрен туҡтатып тороу тураһында бойороҡ сығара (21 һанлы приказ, 1920 йылдың 14 ноябре, Манчжурия).