Бөйөк Себер Боҙ походы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
59 юл:
Илдә үҙгәртеү осоро башланыу менән әүҙем ижтимағи хәрәкәт барлыҡҡа килә, хәтирәләрҙе баҫтырып сығаралар.
 
Башҡорт милли хәрәкәте бик ҡатмарлы юл үткән. 1918 йылды май аҙағында, Чехословак корпусы Силәбене алғандан һуң, Башҡорт хөкүмәте үҙенең эшмәкәрлеген бында дауам итә. Июнь айында Башҡорт хәрби шураһы булдырыла һәм ул Башҡорт ғәскәрен ойоштороу эштәрен башлай. 1918 йылдың көҙөндә 3-сө Башҡорт полкы ([[Таған Ғәлимйән Ғирфан улы|Ғ. Таған]] етәкселегендә) полковник Каппель частары менән ҡыҙылдарға ҡаршы ҡаты һуғыштарҙа ҡатнаша. 1919 йылдың башында З. Вәлиди башҡорт ғәскәрҙәрен бер ергә туплай башлай. 18 февралдә Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре Совет власы яғына күсә, ә Ғ. Тағандың полкы күсеп өлгөрмәй, Колчак полкты таратырға ҡуша. Полк бойороҡҡа буйһонмай, ҡаршылыҡ күрһәтеп ҡарай. Полктың мөлкәте тартып алына. Колчак армияһының төрлө частарында 2000 тирәһе башҡорт иҫәпләнгән.
Б. Б. Филимоновтың «Адмирал Колчактың Аҡ армияһы» исемле монографияһында Байкал аръяғына барып еткән Аҡ армия составында (4-се Өфө уҡсылар, 8-се Кама уҡсылар полктарында һәм Айырым Кама атлы дивизионында) башҡорт яугирҙарының күп булыуын билдәләй. Башҡорт яугирҙары түҙемлелеге, ҡаһарманлығы яғынан да, тәртип яғынан да айырылып торған.
 
Ғәлимйән Тағандың "Башҡорттар Байкал аръяғында" исемле рус телендә яҙылған хеҙмәте күп һорауҙар тыуҙыра, әммә ул башҡорттарҙың аҡтар армияһы менән Бөйөк Себер Боҙ походында кисергәндәренә бер ни тиклем асыҡлыҡ индерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 4-5 мең км үткән юл михнәттәре тураһында бик һаран яҙылған. Вәлиди менән башҡорт халҡының киләсәге буйынса ҡырҡа риза булмаған М. Ҡорбанғәлиев Чита ҡалаһында башҡорт яугирҙарын бер формированиеға туплау өсөн күп көс һала.
 
== Иҫкәрмәләр ==