Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
57 юл:
 
1919 йылдың 15 сентябрендә ВЦИК-тың «Дәүләт аппаратының тулыһынса Башҡорт революцион комитетына тапшырылыуы һәм Башҡорт Совет Республикаһының территорияһында идара итеүҙе ойоштороу тураһында» ҡарары ҡабул ителә.
[[Файл:Сквер в Стерлитамаке3.jpg|мини|Башҡортостан хәрби-революцион комитеты съезды үткән бина. Сәрлетамаҡ.]]
[[Файл:Члены_Башкирского_Правительства.png|мини| Башҡорт Хөкүмәте ағзалары]]
[[1918]] йылдың 18 ноябрендә 1-се Башҡорт партия конференцияһы уҙғарыла, уның һөҙөмтәләре буйынса Башревком ағзалары ([[Йомағолов Харис Йомағол улы|Йомағолов]], Каспранский, И.Рәхмәтуллин) Башҡорт партия ойошмаһы өлкә комитеты составына инә.
 
Башревком позицияһы күп кенә мәсьәләләр, айырыуса автономия һәм федерализм принцибының ғәмәлгә ашыуы һәм республика менән идара итеү һәм уны етәкләү буйынса, РКП (б)-ның [[КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты|Башҡорт өлкә комитеты]], [[Башҡортостан Ғәҙәттән тыш комиссияһы]], Башҡорт хәрби комитеты, Башҡорт совет халыҡ хужалығы, Башҡорт халыҡ аҙыҡ-түлек комитеты ағзаларының ҡараштары менән тап килмәй<ref name="БашРевКом"><span class="citation">Башревком.// Башҡортостан: ҡыҫҡаса энциклопедия.&#x20;— Өфө: Башкирская энциклопедия, 1996.&#x20;— С.&#x20;166.&#x20;— 672&#x20;с.&#x20;</span></ref>. Был ҡапма — ҡаршылылыҡ 1920 йылдың 15 ғинуарынан 16 ғинуарға ҡараған төндә Башҡортостан Ғәҙәттән тыш комиссияһы ағзаларының Башревком тарафынан ҡулға алыныуына килтерә.
 
[[Файл:Члены_Башкирского_Правительства.png|мини| Башҡорт Хөкүмәте ағзалары]]
1920 йылдың 12 мартында Башревком Бөтә үҙәк башҡарма комитеты, РКП (б), Көнсығыш коммунистары Үҙәк бюроһы, Төркөстан фронты Реввоенсоветына ғариза менән мөрәжәғәт итә. Был мөрәжәғәттә Башревком Үҙәкте килешеүҙәрҙең шарттарын боҙоуҙа ғәйепләй һәм республиканан Мәскәү вәкилдәрен — Башҡортостан автономияһы дошмандарын — саҡырып алыуҙы һәм партия органдарының административ эштәргә ҡыҫылмауын талап итә<ref name="БашРевКом"><span class="citation">Башревком.// Башҡортостан: ҡыҫҡаса энциклопедия.&#x20;— Өфө: Башкирская энциклопедия, 1996.&#x20;— С.&#x20;166.&#x20;— 672&#x20;с.&#x20;</span></ref>.