Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
54 юл:
Яңы хөкүмәт, ойошторолоуының беренсе көндәренән алып, Башҡорт ғәскәрҙәренең Совет власы яғына күсеү мәсьәләләре менән мәшғүл була. Һөҙөмтәлә [[1919]] йылдың 20 мартында Мәскәүҙә [[Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү|үҙәк Совет власы менән Башҡорт Хөкүмәте Автономиялы Совет Башҡортостан араһында Килешеү]] төҙөлә. Был тарихи актты Совет хөкүмәте яғынан Совнарком рәйесе [[Владимир Ленин]], Бөтә Рәсәй үҙәк башҡарма комитеты рәйесе Михаил Владимирский һәм милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссариаты етәксеһе [[Иосиф Сталин]], башҡорттар яғынан — Башҡорт хөкүмәте рәйесе [[Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы|Мөхәмәтхан (Мстислав) Ҡулаев]], Башревком ағзаһы [[Халиҡов Муллайән Дәүләтша улы|Муллаян Халиков]] һәм Башҡорт ғәсҡәре адъютанты [[Бикбауов Әбдрәшит Ильяс улы|Әбдрәшит Бикбауов]]<ref>[http://www.agidel.ru/?param1=14667&tab=2 Башҡортостан Республикаһы Автономияһы]</ref>. Артабан Башревком үҙәк Совет власының Башҡорт Хөкүмәте менән Автономиялы Совет Башҡортостан тураһындағы Килешеүҙе тормошҡа ашыра башлай, дәүләт идаралығы реформаһын советтар ҡоролошона тап килтереп үткәрә.
 
1919 йылдың апреленән август айына тиклем, [[Колчак Александр Васильевич|Колчак]] армияһы һөжүме осоронда, Башревком [[Саранск]] ҡалаһына эвакуациялана.
 
1919 йылдың 15 сентябрендә ВЦИК-тың «Дәүләт аппаратының тулыһынса Башҡорт революцион комитетына тапшырылыуы һәм Башҡорт Совет Республикаһының территорияһында идара итеүҙе ойоштороу тураһында» ҡарары ҡабул ителә.
63 юл:
1920 йылдың 12 мартында Башревком Бөтә үҙәк башҡарма комитеты, РКП (б), Көнсығыш коммунистары Үҙәк бюроһы, Төркөстан фронты Реввоенсоветына ғариза менән мөрәжәғәт итә. Был мөрәжәғәттә Башревком Үҙәкте килешеүҙәрҙең шарттарын боҙоуҙа ғәйепләй һәм республиканан Мәскәү вәкилдәрен — Башҡортостан автономияһы дошмандарын — саҡырып алыуҙы һәм партия органдарының административ эштәргә ҡыҫылмауын талап итә<ref name="БашРевКом"><span class="citation">Башревком.// Башҡортостан: ҡыҫҡаса энциклопедия.&#x20;— Өфө: Башкирская энциклопедия, 1996.&#x20;— С.&#x20;166.&#x20;— 672&#x20;с.&#x20;</span></ref>.
 
[[1920 йылдыңйыл]]дың 19 майында Бөтә Рәсәй үҙәк башҡарма комитеты «Совет Башҡорт Автономия республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» исемле декрет ҡабул итә. Ике йыл элек Килешеүҙә раҫланған республика хоҡуҡтары сикләнгән булып сыға. Был ҡарар менән ризалашмай, Башревком 16 июндә тулы составта отставкаға китә. Яңы состав 26 июндә һайлана.
 
1920 йылдың июлендә [[Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы|Стәрлетамаҡ ҡалаһы]]нда БАССР-ҙың 1-се Советтар съезы үткәрелә һәм Башревком урынына дәүләт власының даими юғары органы — [[Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты|БАССР-ҙың үҙәк башҡарма комитеты]] — булдырыла.