Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
50 юл:
Башҡорт Совет Республикаһының Ваҡытлы хәрби—революцион комитеты (Башревком) [[1919]] йылдың 21 февралендә [[Темәс]] ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының [[Баймаҡ районы]]) I Бөтөн башҡорт хәрби съезында ойошторола. 22 февралдә республика территорияһындағы властың бөтә тулылығы менән Башревкомға йөкмәтелеүе хаҡында фарман сыға.
 
Ревкомдың беренсе рәйесе [[Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы|Мстислав Ҡулаев]] була. Башревком 15 комиссариаттан тора — сит ил эштәре, хәрби ([[Әхмәтзәки Вәлиди]]), социаль яҡтан тәьмин итеү ([[Мутин Илдархан Ибраһим улы|Илдархан Мутин]]), аҙыҡ-түлек ([[Әҙеһәмов Абдулла Камалетдин улы|Абдулла Әҙеһәмов]]), һаулыҡ һаҡлау һәм финанс ([[Ҡыуатов Усман Мөхәмәтғәлим улы|Усман Ҡыуатов]]), игенселек (Ғәней[[Ҡарамышев Гәрәй Батыргәрәй улы|Гәрәй Ҡарамышев]]), эске эштәр һәм милләттәр ([[Фәтих Төхвәтуллин]]), хеҙмәт ([[Алкин Ильяс Сәйетгәрәй улы|Ильяс Алкин]]), мәғариф ([[Йәғәфәров Аллабирҙе Нурмөхәмәт улы|Аллабирҙе Йәғәфәров]]), юстиция ([[Бикбов Юныс Юлбарыҫ улы|Юныс Бикбов]]), тышҡы һәм эске сауҙа ([[Мағазов Сәйетгәрәй Сәйетйәғәфәр улы|Сәйетгәрәй Мағазов]]). Кантондар кимәлендә кантревкомдар барлыҡҡа килә.
 
Яңы хөкүмәт, ойошторолоуының беренсе көндәренән алып, Башҡорт ғәскәрҙәренең Совет власы яғына күсеү мәсьәләләре менән мәшғүл була. Һөҙөмтәлә [[1919]] йылдың 20 мартында Мәскәүҙә [[Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү|үҙәк Совет власы менән Башҡорт Хөкүмәте Автономиялы Совет Башҡортостан араһында Килешеү]] төҙөлә. Был тарихи актты Совет хөкүмәте яғынан Совнарком рәйесе [[Владимир Ленин]], Бөтә Рәсәй үҙәк башҡарма комитеты рәйесе Михаил Владимирский һәм милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссариаты етәксеһе [[Иосиф Сталин]], башҡорттар яғынан — Башҡорт хөкүмәте рәйесе [[Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы|Мөхәмәтхан (Мстислав) Ҡулаев]], Башревком ағзаһы [[Халиҡов Муллайән Дәүләтша улы|Муллаян Халиков]] һәм Башҡорт ғәсҡәре адъютанты [[Бикбауов Әбдрәшит Ильяс улы|Әбдрәшит Бикбауов]]<ref>[http://www.agidel.ru/?param1=14667&tab=2 Башҡортостан Республикаһы Автономияһы]</ref>. Артабан Башревком үҙәк Совет власының Башҡорт Хөкүмәте менән Автономиялы Совет Башҡортостан тураһындағы Килешеүҙе тормошҡа ашыра башлай, дәүләт идаралығы реформаһын советтар ҡоролошона тап килтереп үткәрә.
 
1919 йылдың апреленән август айына тиклем, Колчак армияһы һөжүме осоронда, Башревком [[Саранск]] ҡалаһына эвакуациялана.
59 юл:
[[1918]] йылдың 18 ноябрендә 1-се Башҡорт партия конференцияһы уҙғарыла, уның һөҙөмтәләре буйынса Башревком ағзалары ([[Йомағолов Харис Йомағол улы|Йомағолов]], Каспранский, И.Рәхмәтуллин) Башҡорт партия ойошмаһы өлкә комитеты составына инә.
 
Башревком позицияһы күп кенә мәсьәләләр, айырыуса автономия һәм федерализм принцибының ғәмәлгә ашыуы һәм республика менән идара итеү һәм уны етәкләү буйынса, РКП (б)-ның [[КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты|Башҡорт өлкә комитеты]], [[Башҡортостан Ғәҙәттән тыш комиссияһы]], Башҡорт хәрби комитеты, Башҡорт совет халыҡ хужалығы, Башҡорт халыҡ аҙыҡ-түлек комитеты ағзаларының ҡараштары менән тап килмәй<ref name="БашРевКом"><span class="citation">Башревком.// Башҡортостан: ҡыҫҡаса энциклопедия.&#x20;— Өфө: Башкирская энциклопедия, 1996.&#x20;— С.&#x20;166.&#x20;— 672&#x20;с.&#x20;</span></ref>. Был ҡапма — ҡаршылылыҡ 1920 йылдың 15 ғинуарынан 16 ғинуарға ҡараған төндә Башҡортостан Ғәҙәттән тыш комиссияһы ағзаларының Башревком тарафынан ҡулға алыныуына килтерә.
[[Файл:Члены_Башкирского_Правительства.png|мини| Башҡорт Хөкүмәте ағзалары]]
1920 йылдың 12 мартында Башревком Бөтә үҙәк башҡарма комитеты, РКП (б), Көнсығыш коммунистары Үҙәк бюроһы, Төркөстан фронты Реввоенсоветына ғариза менән мөрәжәғәт итә. Был мөрәжәғәттә Башревком Үҙәкте килешеүҙәрҙең шарттарын боҙоуҙа ғәйепләй һәм республиканан Мәскәү вәкилдәрен — Башҡортостан автономияһы дошмандарын — саҡырып алыуҙы һәм партия органдарының административ эштәргә ҡыҫылмауын талап итә<ref name="БашРевКом"><span class="citation">Башревком.// Башҡортостан: ҡыҫҡаса энциклопедия.&#x20;— Өфө: Башкирская энциклопедия, 1996.&#x20;— С.&#x20;166.&#x20;— 672&#x20;с.&#x20;</span></ref>.