Алексеев урманы (Ростов өлкәһе): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
16 юл:
}}
 
''' Алексеев урманы (Ростов өлкәһе) ''' — Матвеев-Курган районында, Крынка менән [[Миус]] йылғалары ҡушылған ер эргәһендәге урман . Майҙаны 1000 гектарҙан ашыуыраҡ. Тупраҡ һәм һыу эрозияһынан һаҡлаусы объект булараҡ, өлкә әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән.
 
== Һүрәтләмә ==
 
Тәүге тапҡыр урманға нигеҙ [[1840 йыл]]да һалына. Таганрог ҡалаһының етәксеһе (градоначальник) сығарған ҡарар буйынса, 33 десятина тирәһе ерҙә үҫентеләр ултыртыла.
 
[[Урман]]ға башлап ултыртҡанда алпауыт Фурсов та ҡатнаша. Сөнки, ағастарҙы уның биләмәләренән алып атаман Алексей Иловайскийҙың поместьеһына тиклем ултыртып сығалар. Атаман хөрмәтенә ауылға ла, урманға ла Алексеев исеме бирелә.
 
Алексей Иловайский 1775—17961775–1796 йылдарҙа атаман булып торған Алексей Иванович Иловайскийҙың ейәне була. Ейәне Алексей Васильевич Иловайский, хәрби эштәрҙән бигерәк, Донда халыҡтың тормош шарттарын тотороҡландырыуға күберәк иғтибар бүлә.
 
Атаман А. В. Иловайский, үҙе идара иткән 1821—1826 йылдарҙа урман буйынса мелиорация эшендә байтаҡ хеҙмәт күрһәтә<ref name="book">Кукушин В. С. [http://rostov-region.ru/books/item/f00/s00/z0000009/st019.shtml История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья] — Ростов-на-Дону, ГинГо, 1996</ref>.